Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

КӨНЬЯҠ БАШҠОРТОСТАН РӘССАМДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ

Просмотров: 1604

КӨНЬЯҠ БАШҠОРТОСТАН РӘССАМДАРЫ АССОЦИАЦИЯҺЫ, Рәссамдар союзы эргәһендәге ижади ойошма. 1996 й. Салауат ҡ. ойошторола, Ишембай, Күмертау, Мәләүез, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Мәләүез һәм Стәрлетамаҡ р‑ндары рәссамдарын берләштерә. Ассоциацияны булдырыуҙың инициаторҙары һәм ойоштороусылары — К.Ғ.Ғөбәйҙуллин (рәйес), Р.Р.Ҡадиров (рәйес урынбаҫары). Ойошма составында 100‑ҙән ашыу рәссам, шуларҙың 16‑һы БР Рәссамдар союзы ағзаһы булып тора, ш. иҫ. В.Я.Бивняев, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт хеҙм‑ре А.С.Гребнев, И.Ҡ.Ғәзизуллин, Ф.С. Исмәғилев, С.Н.Лебедянцев, Ф.С.Шәймөхәмәтов. Ассоциацияның маҡсаттары һәм бурыстары: проф. рәссамдарҙың ижади квалификацияһын һаҡлау һәм үҫтереү, уларҙың респ. һәм халыҡ‑ара күргәҙмәләрҙә ҡатнашыуына булышлыҡ итеү, БР‑ҙың һәм РФ‑тың Рәссамдар союзына ҡабул итеүгә әҙерләү, үҙешмәкәр рәссамдарға методик ярҙам күрһәтеү, ассоциация ағзаларының соц.‑хоҡуҡи һәм проф. мәнфәғәттәрен яҡлау. Ойошма “К.Б.р.а.” ағзаларының күргәҙмәләрен ойоштора, ижади семинарҙар, һүрәт, рәсем сәнғәте, композиция б‑са дәрестәр үткәрә. Тәүге күргәҙмә 1997 й. Салауат ҡ. картиналар галереяһында, артабан Ишембай (1998), Өфө (1999, 2003, 2006, 2012), Стәрлетамаҡ (2000 й. алып йыл һайын) ҡҡ. була. Ассоциация ағзалары һынлы сәнғәттең төрлө төрҙәрендә (рәсем сәнғәте, графика, скульптура) һәм биҙәү‑ҡулланма сәнғәтендә (нәфис кейеҙ сәнғәте, нәфис ағас сәнғәте, нәфис керамика сәнғәте) эшләй. Әҫәрҙәренең төп темалары — ислам, ауыл, фольклор, башҡорттарҙың тарихы, Башҡортостан тәбиғәте һ.б.

Әҙәб.: Современное изобразительное искусство Республики Башкортостан. Живопись. Графика. Скульптура. Декоративно-прикладное искусство: кат. выст. /авт.‑сост. С.В.Игнатенко. Уфа, 2005.

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: