Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕЛИСЕЕВ Федот Васильевич

Просмотров: 610

ЕЛИСЕЕВ Федот Васильевич (1.3.1915, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Елисеевка а. — 21.5.2004, Ҡурған ҡ.), Советтар Союзы Геройы (1943). Гвардия полковнигы. Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. М.В.Фрунзе ис. Хәрби акад. тамамлаған (Мәскәү, 1945). 1930—35 йй. Фёдоровка р‑нының “Доброволец” к‑зында эшләй, 1938—40 йй. Оборонаға, авиацияға һәм химик төҙөлөшкә булышлыҡ итеү йәмғиәтенең Фёдоровка район советы рәйесе. 1935—38 йй. һәм 1940 й. алып Совет Армияһында. 1941 й. июненән Көнбайыш, Калинин, Үҙәк, Воронеж һәм 1‑се Украина фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 13‑сө армия 70‑се гвардия уҡсылар див. 205‑се гвардия уҡсылар полкының батальон ком. гвардия капитаны Е. 1943 й. 21 сент. Украина ССР‑ы Домантово а. янында Днепр й. аша сыҡҡанда һәм уң ярҙағы плацдармды һаҡлап ҡалыуҙа күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. 1952 й. алып Ҡурған ҡ. хәрби комиссары. 1967 й. башлап запаста. Ленин (1943), Александар Невский (1943), 1‑се (1985) һәм 2‑се (1943) дәрәжә Ватан һуғышы, Ҡыҙыл Йондоҙ (1943, 1945) орд. м‑н бүләкләнгән. Е. исеме Ҡурған ҡ. урамға бирелгән, ул йәшәгән йортҡа мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

Әҙәб.: Пайвин И. Золотые часы генерала //Славные сыны Башкирии. Кн.3. Уфа, 1968.

И.Ғәримова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2019