Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович

Просмотров: 1599

АСТАЛЬЦЕВ Виктор Владимирович [29.12.1927, БАССР‑ҙың Мәсәғүт кантоны Мәсәғүт а. (БР‑ҙың Дыуан р‑ны) — 8.12.1994, Мәскәү], рәссам. РСФСР‑ҙың атҡ. рәссамы (1989). СССР‑ҙың Рәссамдар союзы ағзаһы (1964). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1905 й. халыҡ күтәрелеше иҫтәлегенә арналған Мәскәү өлкә һынлы сәнғәт художество пед. уч‑щеһын (1956; педагогы В.А.Шестаков), В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын (1964; педагогтары А.М.Кузнецов, М.И.Курилко) тамамлаған.

Мәскәү эргәһе, Себер, Урал тәбиғәтенә арналған лирик-эпик пейзаждар оҫтаһы (“Ҡаялар. Көньяҡ Урал”, 1970; “Атай ҡәбере янында. Урал”, 1977; “Урал”, 1984), тарихи архитектура (“Ҡыҙыл майҙан”, 1967; “Төньяҡ Рәсәй”, “Коломенский”, икеһе лә — 1968; “Киңлектәр. Малые Карелы”, 1980; “Суздаль”, 1982) . 1957 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1963, 1968—70, 1979, 1980, 1983, 1985), Ульяновск (1969), Северодвинск (1973), Видный (1985) ҡҡ., Горки Ленинские ҡасабаһы (1984) һ.б. Эштәре Дәүләт тарих музейы, А.А.Бахрушин ис. театр музейы, “Коломенское” Дәүләт тарихи архитектура музей‑ҡурсаулығы (бөтәһе лә — Мәскәү), сит ил музейҙары коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана. 2-се дәрәжә Ватан һуғышы орд. м‑н бүләкләнгән (1985).

Әҙәб.: Алпатов М.В.Астальцев. Романтика древней архитектуры. М., 1988.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: