Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ЕРЁМИН Михаил Иванович

Просмотров: 1300

ЕРЁМИН Михаил Иванович [17.5.1920, Өфө губернаһы Стәрлетамаҡ өйәҙе Денисовка а. — 4.10.1944 (башҡа мәғлүмәттәр буйынса, 9.5.1945), Седльце ҡ., Польша], Советтар Союзы Геройы (1945). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1942 й. апреленән алып Калинин, Брянск, Үҙәк, Белоруссия һәм 1‑се Белоруссия фронттарында хеҙмәт итә. Герой исеменә 48‑се армия 96‑сы уҡсылар дивизияһы 331‑се уҡсылар полкының йәйәүле разведка взводы разведчигы рядовой Е. 1944 й. 8 июлендә Белорус ССР‑ы Заболотье а. эргәһендәге алышта күрһәткән батырлығы өсөн лайыҡ була. Ленин (1945), Ҡыҙыл Байраҡ (1944), 3‑сө дәрәжә Дан (1944) ордендары менән бүләкләнгән. Е. исеме Күгәрсен районы Мораҡ а. һәм Верхнеурал ҡ. урамдарға бирелгән. Мораҡ а. Дан аллеяһында уға һәйкәл, Силәбе өлкәһе Дзержинка ҡсб ул уҡыған 3‑сө урта мәктәп бинаһына мемориаль таҡтаташ ҡуйылған.

 Әҙәб.: С о т н и к о в И. Подвиг разведчика //Славные сыны Башкирии. Кн.4. Уфа, 1979.

И.Ғ.Кәримова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.07.2023