Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АТАУЛЛИН Ринат Юмор улы

Просмотров: 887

АТАУЛЛИН Ринат Юмор улы (23.1.1959, БАССР‑ҙың Әбйәлил районы Ташбулат а. — 17.1.2022, шунда уҡ), рәссам. БР‑ҙың атҡаҙанған рәссамы (2010). Рәссамдар союзы ағзаһы (1991). Магнитогорск педагогия институтын тамамлаған (1981). 1983—94 йй. Әбйәлил районы Асҡар а. балалар сәнғәт мәктәбе уҡытыусыһы, 1997 й. алып Үҙәк район китапханаһының рәссам-биҙәүсеһе, 2007 й. — реклама һәм дизайн бүлеге мөдире. Рәссамдың эштәре башҡ. халҡы тарихына, тыуған ергә һәм кешенең рухи көсөнә арналған: “Еңеү тураһында хәбәр” (1988), “Ижап” (1999), “Аҡмулла” (2006), “Шанлы йылдар” (2010). Төҫтәрҙең бай палитраһы сағыулығы уның картиналарына драматизм өҫтәй (“Аят”, 1990; “Атайым уйҙары”, 1991; “Ата-бабалар ере”, 1999; “Васыят”, 2000; “Еңеү”, 2010; “Ағай‑эне”, 2017), эске динамикаһын еткерә (“Шүрәле тауы”, 1988; “Епшек көн”, 1990; “Август”, 2000). Әбйәлил районының билдәле кешеләренең портреттары, пейзаждар (“Көҙ”, 1985; “Тауҙарҙа ҡыш”, 1984; “Март ҡояшы”, 1985; “Ҡрыҡтытауҙа ноябрь”, 2012; “Әбйәлилдә көҙ”, 2017), тематик картиналар («Ишмөхәмәт сәсән Мырҙаҡаев — “Урал батыр” эпосын тәүге һөйләүсе», 2001; “Салауаттың өҙөлгән йыры”, 2004; “Азатлыҡ ҡапҡаһы. Кинорежиссёр Малиҡ Яҡшембәтов”, 2016), Сибай музейындағы “Ҡыш. Бүреләрҙең төнгө һунары” (1996), Күсемов Т.Т. музейындағы “Күсем ауылы — Геройҙың тыуған төйәге” (1998) һәм “Днепр аша сығыу” (2000) диорамалары авторы. “Артыш” ижади берекмәһе ағзаһы (1995 й. алып). 1983 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Әбйәлил районы Асҡар (1990, 2004) һәм Күсем (1996) аа., Сибай (1997), Баймаҡ (1998), Өфө (2000) ҡалалары. Эштәре Нестеров М.В. исемендәге художество музейында, “Урал” галереяһы (ҡара: Сәнғәт галереялары), РФ Мәҙәниәт министрлығы коллекцияларында, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана. К.Ә.Әхмәтйәнов исемендәге премия лауреаты (1998).

Әҙәб.: Творческое объединение “Артыш”: избранные произведения: каталог / авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 02.11.2022