Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГРЯЗНОВ Иван Никифорович

Просмотров: 758

ГРЯЗНОВ Иван Никифорович [1725, Ҡазан губ. Синбирск ҡ. — 15.7. (башҡа мәғлүмәттәр б-са, 12.7.) 1774, Ҡазан ҡ. янында], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы. Е.И.Пугачёв полковнигы. Сауҙагәрҙәрҙән. 18 б. 60-сы йй. аҙ. алып мастеровой (ҡара: Мастеровой һәм эшсе кешеләр), Ырымбур губернаһы  металлургия з-дтарында приказчик. 1773 й. окт. ихтилалға ҡушыла. Окт.-нояб. тау сәнәғәте крәҫтиәндәренән төҙөлгән отряды Архангел баҡыр иретеү заводы, Богоявленск заводы, Табын ҡәлғәһен баҫып ала, Ырымбур ҡ. янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Дек. Пугачёв тарафынан Исәт провинцияһына ебәрелә. Златоуст (Косотур) заводы, Кәҫле заводы, Ҡыштым заводтарын, Варламов, Кундравин һәм Өйәлкә биҫтәләрен, Сыбаркүл ҡәлғәһен баҫып ала. 1774 й. ғин.‑мартында Силәбе баш күтәреүселәр үҙәге м‑н етәкселек итә. Г. отряды (4 мең кеше) Силәбе ҡәлғәһен, Ҡуртамыш һәм Окунев биҫтәләрен ала, Ырымбур сик һыҙығының Үрге Яйыҡ һәм Троицк дистанцияларының ҡәлғәләрен ҡамай. Март уртаһында Г., командалыҡты Г.Тумановҡа тапшырып, Берда баш күтәреүселәр үҙәгенә Исәт провинцияһы з-дтарында конфискацияланған туп һәм аҡсаларҙы алып килә. Һуңынан Төп ғәскәрҙең Исәт (Грязнов) полкы м-н командалыҡ итә. Һуғышта үлә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019