Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ГУБАНОВ Иван Васильевич

Просмотров: 770

ГУБАНОВ Иван Васильевич [яҡынса 1730 — 19.10. (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 24.10.) 1774, Өфө], Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Казактарҙан. Ырымбур казак ғәскәре пятидесятнигы. Г. отряды 1773 й. окт. Пугачёвтың Төп ғәскәренә инә, Ырымбур ҡ. янындағы һуғыштарҙа ҡатнаша. Нояб. аҙағында — дек. башында Ҡасҡын Һамаров м‑н бергә 4 меңлек отряд йыйып, Өфө тирәһендә баш күтәреүселәр хәрәкәтенә етәкселек итә. Ҡаланы ирекле рәүештә биреү т‑да һөйләшеүҙәр алып бара. Дек. уртаһынан Чесноковка баш күтәреүселәр үҙәгендә эш итә. 1773 й. дек. — 1774 й. мартында Г. отряды Өфөнө ҡамауҙа һәм штурмлауҙа, И.Н.Зарубин, И.И.Ульянов һ.б. отрядтары м‑н берлектә Өфө провинцияһы Зубов а. янында И.И.Михельсон етәкс. хөкүмәт ғәскәрҙәренә ҡаршы һуғышта ҡатнаша. 26 мартта Богоявленск заводы янында Г. әсирлеккә алына. Ҡазан йәшерен комиссияһында суд тикшереүендә була. Язалап үлтерелә.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019