Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ДЕРБЕТЕВ Фёдор Иванович

Просмотров: 828

ДЕРБЕТЕВ Фёдор Иванович (1740 — 24.5.1774), Крәҫтиәндәр һуғышында (1773—75) ҡатнашыусы, Е.И.Пугачёв полковнигы. Ставрополь провинцияһының суҡындырылған ҡалмыҡтарынан. И.Н.Дербетевтың улы. 1756—63 йй. Ете йыллыҡ һуғышта ҡатнашыусы. Ставрополь ҡалмыҡ корпусында хеҙмәт итә, квартирмейстер. Ҡалмыҡтарҙан отряд ойоштороп, 1773 й. окт.—нояб. Ырымбур ҡ. янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Декабрҙән алып Ырымбур губернаһының көнбайышында баш күтәреүселәр отрядтары төҙөй. 1773 й. дек. — 1774 й. ғин. Һамар ҡ. янындағы һәм Ырымбур провинцияһының Алексеевск биҫтәһе эргәһендәге, Ставрополь ҡ. янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Ырымбур сик һыҙығының Һамар дистанцияһы ҡәлғәләрендә отряд (2 мең кеше) туплай, отряд ҡалмыҡтарҙың ғаиләләре м‑н Ырымбур янына хәүефһеҙ сигенеүен тәьмин итә. Мартта Пугачёвтың Баш ғәскәре составында Ырымбур провинцияһының Пронкино а. эргәһендәге һәм Татищев ҡәлғәһе янындағы алыштарҙа ҡатнаша. Апр.—майҙа Д. отряды (600–900 кеше) Оло Ырғыҙ һәм Һамар йй. (Волга й. ҡушылдыҡтары), Саған й. (Урал й. ҡушылдығы) буйында хәрәкәт итә, Ырымбур провинцияһы Сорочинск ҡәлғәһе янындағы алышта ҡатнаша, һәләк була.

Әҙәб.: Беликов Т.И. Ф.И.Дербетев — сподвижник Е.И.Пугачёва. Элиста, 1978.

И.М.Гвоздикова

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: