Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАТИЩЕВ Владимир Яковлевич

Просмотров: 995

БАТИЩЕВ Владимир Яковлевич (1.1.1947, Новотроицк ҡ.), рәссам. Рәссамдар союзы ағзаһы (1975). В.И.Суриков ис. Мәскәү художество ин‑тын тамамлағандан һуң (1974; педагогтары Н.А.Пономарёв, О.С.Савостюк) — Өфөлә, 1988 й. алып Мәскәүҙә эшләй. Портрет һәм тормошҡа бәйле һынлы сәнғәт оҫтаһы, урыҫ реалистик мәктәбе традициялары яҡлы. Тарихи һәм хәҙ. заман ысынбарлығы уның “Азатлыҡ” (1974), “Дан һиңә, ҡотҡарыусы яугир” (1975, триптих), “Тыныслыҡ. Peace” (1976), “Өфөгә 400 йыл”, “1 июнь — Балаларҙы яҡлау көнө” (икеһе лә — 1974), “Ағас ултырт” (1977; бөтәһе лә — ҡағыҙ, гуашь) плакаттарында; “Әсәлек” (1974), “Йәшлек” (1976), “Нефтле Башҡортостан” (1977), “Шәмбе көн” (1985; бөтәһе лә — ҡағыҙ, ҡәләм) графика әҫәрҙәрендә сағылдырыла. 80—90‑сы йй. “Автопортрет” (1986), “Яҙмыштар” (1989), “Апокалипсис” (1990) һынлы сәнғәт рәсемдәрен ижад итә. Героика, ер һәм кеше темаларын һүрәтләгән был әҫәрҙәрендә донъя, экология, мәҙәниәт өсөн борсолоу тойола. “Хәйерле иртә” (1987), “Ҡыҙым портреты” (1988), “Илһамланыу” (1989) эштәрендә автор гармонияға, рухи байлыҡҡа, гүзәллеккә саҡыра. 1972 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Мәскәү (1996, 1997). Б. эштәре БДХМ‑да, Рәсәй һәм сит ил шәхси йыйылмаларында һаҡлана.

В.М.Сорокина

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019