Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБУЛАТОВ Илдар Ғәлимнур улы

Просмотров: 1246

БИКБУЛАТОВ Илдар Ғәлимнур улы (4.11.1953, Белорет ҡ.), рәссам. БР‑ҙың атҡ. рәссамы (1999). Рәссамдар союзы ағзаһы (1986). Ғ.Х.Бикбулатовтың улы. ӨДСИ‑не тамамлағандан һуң (1978; педагогтары Р.М.Нурмөхәмәтов, Э.М.Сәйетов) Башҡ‑н ижади‑производство комб‑ты рәссамы, 1991—92 йй. баш рәссамы, 1993—96 йй. һәм 2007 й. алып БДПУ‑ла уҡыта. Башлыса портрет жанрында эшләй. Уның картиналары нескә һәм ентекле эшләнеүе, персонаждарҙың аныҡ һүрәтләнеүе м‑н айырыла: “Герой әсәһе” (1978), “Улымдың портреты”, “Дуҫымдың портреты” (икеһе лә — 1981), “РСФСР‑ҙың халыҡ артисы Н.Ирсаева портреты” (1984), “Автопортрет” (1989). 80‑се йй. аҙ. — 90‑сы йй. башында концептуаль сәнғәт принциптарына мөрәжәғәт итә: “Мин 1953 й. тыуғанмын” (1989), “Ҡыҙыл эңер” (1990), “Тау башындағы ҡала”, “Мәсет” (икеһе лә — 1992). 90‑сы йй. аҙ. Б. реалистик сәнғәт традицияларына ҡайта. Был осор портреттары уның башҡарыу техникаһының шымарыуын күрһәтә: “Рәссам Э.М.Сәйетов портреты” (1998), “Рәссам Ә.Ф.Лотфуллин портреты” (2000), “Әсәйем портреты” (2003). Пейзаждары композиция аңлайышлылығы һәм мотив аныҡлығы м‑н айырылып тора: “Урал ихатаһы” (1981), “Вьетнам” серияһы (1984), “Ауыл кисе” (2003). “Сыңғыҙхан” ижади берекмәһе ағзаһы (1990). 1974 й. башлап күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Шәхси күргәҙмәләре: Өфө (1992, 2003, 2009).

Эштәре БДХМ‑да, Милли китапханала, Татар ижт. үҙәгендә (Ҡазан), Рәсәйҙә һәм сит илдә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.

Әҙәб.: Илдар Бикбулатов. Живопись: каталог. Уфа, 2003.

З.С.Толомбаева

Тәрж. Г.Һ.Ризуанова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019