БЛЮМЕНТАЛЬ Юлий Юлиевич
БЛЮМЕНТАЛЬ Юлий Юлиевич (11.8.1870, Ҡазан — 1944, Ҡаҙаҡ ССР‑ының Кишелга а.), рәссам, йәмәғәт эшмәкәре. Өфө губернаһынан 3‑сө Дәүләт думаһы (1907—12) депутаты. Дворяндарҙан. Халыҡ азатлығы партияһы ағзаһы (1905—20). Император художество акад. тамамлаған (С.‑Петербург, 1894). 1905—06 йй. Бәләбәй өйәҙе земство управаһы рәйесе һәм почётлы мировой судья. Думала кадеттар фракцияһы ағзаһы. 1909—12 йй. Өфө губ. һәм Бәләбәй өйәҙе земство йыйылыштарының гласныйы. 1915 й. алып Өфө губ. земство управаһында Бөтә Рәсәй земство союзының яралыларға ярҙам ком‑ты уполномоченныйы. 1917 й. башлап Өфө ҡала думаһы гласныйы. 1918 й. Өфө ҡала думаһының ваҡытлы комитеты ағзаһы, бер үк ваҡытта Халыҡ азатлығы партияһының Өфө губ. ком‑ты рәйесе. 1919 й. йәйендә Рус армияһы частары м‑н Томск ҡ. эвакуациялана, 1922 й. Өфөгә ҡайта. 1926 й. алып Өфө художество музейы дир. (ҡара: Нестеров М.В. исемендәге художество музейы), бер үк ваҡытта Башҡ. сәнғәт техникумында уҡыта. 1935 й. башлап Малоярославец ҡ. йәшәй. Башҡортостанда проф. һынлы сәнғәт үҫешенә өлөш индерә. Лирик пейзаж оҫтаһы Б. тәбиғәт матурлығын нескә һүрәтләй: “Эңер” (1900), “Һуңғы ҡар” (1903), “Финляндия ярҙарында” (ҡағыҙ, акв.; 1906). 1928 й. көньяҡ‑көнсығыш Башҡортостан буйлап этнографик экспедицияла (Ҡ.С.Дәүләткилдеев м‑н бергә) башҡорттарҙың тормошона һәм көнкүрешенә арналған әҫәрҙәр ижад итә: “Һыбайлы башҡорт”, “Башҡорт бабайы” (икеһе лә — ҡағыҙ, ҡәләм), “Башҡорт тупһаһы”, “Ҡымыҙға”, “Шәмсинур” (бөтәһе лә — ҡатырға, май). Урыҫ реалистик сәнғәте традицияларында эшләнгән портреттар авторы: “Уйланыу” (1894), “Әсә портреты” (1905), “Йәш татар ҡыҙы портреты” (1932), “Автопортрет” (1934), “Ҡ.С.Дәүләткилдеев портреты” (1940). Иң әһәмиәтле графика эштәре: “Трольберг” (1906), “Черданцев портреты” (1924), “Башҡорт йәйләүе күренеше” (1928). Революцион Рәсәй рәссамдары ассоциацияһының Өфө филиалы ағзаһы (1925—34). Рәсем сәнғәтен яратыусылар йәмғиәтен (ҡара: Өфө сәнғәт түңәрәге), Өфө художество музейы дуҫтары түңәрәген ойоштороусыларҙың береһе. Өфө художество музейында башҡ. биҙәү‑ҡулланма сәнғәте бүлеген ойоштора. 1894 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Б. эштәре БДХМ‑да, Рәсәйҙә һәм сит илдәрҙә шәхси йыйылмаларҙа һаҡлана.
Әҙәб.: Государственная дума. Созыв 3. Портреты. Биографии. Автографы. Б.м., 1910.
Л.В.Бондаренко, А.Д.Казанчиев, Л.Ә.Ямаева
Тәрж. Г.М.Яҡупова