Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАЛЕНТИНОВКА, Архангел р-нындағы ауыл

Просмотров: 1304

ВАЛЕНТИНОВКА, Архангел р‑нындағы ауыл, Инйәр а/с үҙәге. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 20 км һәм Приуралье т. юл ст. Т.‑Көнс. табан 24 км алыҫлыҡта Мышатҡан й. (Эҫем й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1906 й. — 369 кеше; 1920 — 395; 1939 — 425; 1959 — 494; 1989 — 831; 2002 — 718; 2010 — 592 кеше. Урыҫтар йәшәй (2002). Урта мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, мәҙәниәт йорто (урыҫ йыры халыҡ хоры), китапхана бар.

Ауылға 19 б. 80-се йй. Стәрлетамаҡ өйәҙендә алпауыт Новиковтарҙан һатып алынған ерҙәрҙә Тула губ. күсеп килеүселәр Валентиновский ҡасабаһы булараҡ нигеҙ һала. Шулай уҡ Новиковка, Мышатҡан исемдәре м‑н теркәлгән. 1896 й. 55 йортта 332 кеше йәшәгән. Игенселек м-н шөғөлләнгәндәр. Мөгәзәй булған. 1906 й. ш. уҡ сиркәү (1901 й. төҙөлгән), мәктәп теркәлгән. 20-се йй. алып хәҙ. исемен һәм статусын йөрөтә.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: