Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВӘЛИТ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл

Просмотров: 783

ВӘЛИТ, Хәйбулла р‑нындағы ауыл, Сиҙәм а/с ҡарай. Район үҙәгенән Т.‑Көнс. 48 км һәм Сибай т. юл ст. К.‑Көнб. табан 73 км алыҫлыҡта Кесе Уртаҙым й. (Оло Уртаҙым й. ҡушылдығы) буйында урынлашҡан. Халҡы: 1900 й. — 269 кеше; 1920 — 389; 1939 — 315; 1959 — 349; 1989 — 242; 2002 — 243; 2010 — 268 кеше. Башҡорттар йәшәй (2002). Төп мәктәп, балалар баҡсаһы, фельдшер-акушерлыҡ пункты, клуб, китапхана бар. Ауылға 19 б. уртаһында Орск өйәҙе Түңгәүер улусы башҡорттары үҙ ерҙәрендә нигеҙ һала, башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1795 й. алып билдәле. 1866 й. 49 йортта 303 кеше йәшәгән. Игенселек, малс‑ҡ м‑н шөғөлләнгәндәр. Мәсет булған. 1920 й. Оло Вәлит булараҡ теркәлгән. Ғ.Әбделмаликов ошо ауылда тыуған.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные статьи: