БУРЛЮК Давид Давидович
БУРЛЮК Давид Давидович (9.7.1882, Харьков губ. Семиротовщина утары — 15.1.1967, Нью-Йорк ҡ., АҠШ), рәссам, шағир. Ҡазан һәм Одесса художество мәктәптәрендә; Мюнхен Король акад. (1902—03; педагогы В.Диц); “Эколь де Бозар” студияһында (Париж, 1904; педагогы Ф.Кормон); Мәскәү һынлы сәнғәт, һәйкәл ҡойоу һәм төҙөү сәнғәте уч‑щеһында (1911–14) уҡыған. 1920 й. алып Японияла йәшәй. 1922 й. АҠШ‑ҡа күсеп китә, унда һынлы сәнғәт м‑н шөғөлләнеүен дауам итә, “Цвет и рифма” (“Төҫ һәм рифма”) ж. сығара, “Русский голос” (“Урыҫ тауышы”) гәз. баш мөхәррире була. 1956 й. һәм 1965 й. СССР‑ҙа булған. Урыҫ футуризмы лидеры һәм теоретигы. Күп һанлы манифест, йыйынтыҡ, футуристик альманахтар авторы һәм иллюстраторы. 1915 й. уртаһында – 1918 й. башында Б. ғаиләһе м‑н Өфө губернаһында — Һамар—Златоуст т. юлының Иглин ст. һәм Волга—Бөгөлмә т. юлының Бүздәк ст. йәшәй, унда башҡорт һәм татарҙарҙың тормошо, көнкүреше һәм мәҙәниәте м‑н таныша. Урал алды далалары халҡының портреттарын күп төшөрә: “Татар ҡыҙы”, “Башҡорт егете портреты”. Иглин, Бәләбәй өйәҙе Бүздәк улусының Ҡаран, Байраш, Түреш аа. эргәһендә этюдтар ижад итә: “Татар ауылы”, “Татар ихатаһы” һәм башҡалар. Б. әҫәрҙәренең баҙыҡлығын рельефлы фактура һәм колорит байлығы, контраст, бер үк ваҡытта төҫтәр гармонияһы хас корпус рәсеме көсәйтә (“Ҡыҙыл өйлә”, “Ҡатын-ҡыҙ портреты” картиналары һ.б.). Өфөнөң әҙәби тормошонда әүҙем ҡатнаша, Өфө сәнғәт түңәрәге ағзаһы һәм уның күргәҙмәләренең экспоненты була, Өфө рәссамдары А.Э.Тюлькин, П.М.Лебедев һ.б. м‑н аралаша. Башҡортостанда бөтәһе 200‑гә яҡын әҫәр ижад итә. Б. әҫәрҙәренең Рәсәйҙәге иң ҙур коллекцияһы Өфөлә һаҡлана (БДХМ‑да – 37, Милли музейҙа 13 рәсеме). 20‑се йй. уртаһынан Тюлькин һәм Нестеров М.В. исемендәге художество музейы хеҙм‑рҙәре м‑н хатлаша. “Бубий валет” (Мәскәү), “Йәштәр союзы” (Петербург) һ.б. сәнғәт берекмәләре ағзаһы. 1906 й. алып күргәҙмәләрҙә ҡатнаша. Рәсәйҙә шәхси күргәҙмәләре: Һамар (1917), Өфө (1987, 1994, 2002), Волгоград, Рязань (икеһе лә – 1995) ҡалалары.
Әҫәрҙ.: Пояснения к картинам Давида Бурлюка, находящимся на выставке [Москва, 1916]; Энтелехизм: теория, критика, стихи, картины. Нью-Йорк, 1930; Воспоминания отца русского футуризма //Минувшее. 1991. №5
Әҙәб.: Давид Бурлюк. Фактура и цвет. Произведения Давида Бурлюка в музеях российской провинции: каталог в 2 вып./ авт.-сост. С.В.Евсеева. Уфа, 1994.
Ә.Ғ.Йәнбухтина
Тәрж.Г.Һ.Ризуанова