Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ

Просмотров: 1427

БАШҠОРТОСТАН УРЫҪ ӘҘӘБИӘТЕНДӘ. Урыҫ әҙәбиәтендә башҡорттар хаҡындағы иң тәүге мәғлүмәттәр 15—16 бб. йылъяҙмаларына барып тоташа. 19 б. 40—50‑се йй. Башҡортостан хаҡындағы тарихи-геогр. мәҡәләләр, хикәйәләр һәм очерктарҙы В.С.Лосиевский баҫтыра. 19—20 бб. башында урыҫ әҙәбиәтендә башҡ. тематикаһын С.Т.Аксаков, М.Горький, М.Ю.Лермонтов, Д.Н.Мамин‑Сибиряк, М.Л.Михайлов, А.С.Пушкин, М.Е.Салтыков-Щедрин, Л.Н.Толстой, А.П.Чехов дауам итә. Уларҙың ижадында башҡорттарҙың көнкүреше, йолалары һәм ғөрөф-ғәҙәттәре, тарихы, мәҙәниәте, фольклоры, сит ил баҫҡынсыларына һәм батшалыҡтың колониаль сәйәсәтенә ҡаршы көрәше сағылыш таба. Н.Г.Гарин-Михайловский, В.И.Даль, Н.Н.Златовратский, Р.Г.Игнатьев, П.М.Кудряшёв, Н.В.Ремезов, Г.И.Успенский, А.М.Фёдоров әҫәрҙәре башҡ. халҡына ҡарата йәлләү һәм һоҡланыу, уның данлы үткәненә, Крәҫтиәндәр һуғышында (1773— 75) ҡатнашыуына ихтирам м‑н һуғарылған. Салауат Юлаевтың был хәрәкәттәге роленә Игнатьев, М.В.Лоссиевский, Ф.Д.Нефёдов мәҡәләләрен арнай. 1907 й. Н.А.Крашенинников төбәк халҡының тормошон сағылдырыусы 11 очерк һәм хикәйә ингән “Һүнеп барған Башҡортостан” (“Угасающая Башкирия”) йыйынтығын сығара. Уның “Әмилә” (“Амеля”; 1915) романы уҡыусыларҙа ҙур ҡыҙыҡһыныу уята, әҫәрҙә урыҫ әҙәбиәтендә тәүге тапҡыр төп герой башҡ. ҡатын-ҡыҙы була. Риүәйәттәр һәм легендалар, башҡ. халҡының тарихы яҙыусылар М.В.Авдеев, Л.Н.Андреев, Г.Белорецкий, В.В.Бруснянин, В.С.Виткович, Д.В.Давыдов, П.И.Добротворский, С.Я.Елпатьевский, С.А.Есенин, М.Я.Карпов, В.Г.Короленко, А.И.Куприн, Г.К.Никифоров, М.Осоргин, К.Г.Паустовский, П.А.Радимый, А.И. Ромм, П.Г.Рыбаков, С.Г.Рыбаков, Н.Степной, А.Г.Туркин, Саша Чёрный, Б.Д.Четвериков әҫәрҙәрендә сағылыш таба. Башҡортостандағы Граждандар һуғышы осороноң драматик ваҡиғалары И.П.Недолиндың хикәйә һәм повестарында, Д.А.Фурмановтың “Чапаев” (1923) романында һүрәтләнә.

Илдең әҙәби тормошонда С.П.Злобиндың “Салауат Юлаев” (“Салават Юлаев”; 1929) повесы мөһим ваҡиға була. Әҫәр, артабан эшкәртелеп, ш. уҡ исемле роман булып баҫылып сыға. Башҡорттарҙың тарихи үткәне В.Я.Шишков (“Емельян Пугачёв”, 1934— 1945), Е.А.Фёдоров [“Таш билбау” (“Каменный пояс”) трилогияһының “Демидовтар” (“Демидовы”) романы; 1940—1953] романдарында, Н.П.Задорнов повесында [“Мәғәсүм менән Гурьяныч” (“Могусюмка и Гурьяныч”); 1956] сағылыш таба. Башҡортостан тормошоноң сағыу картиналары, башҡ. халҡының соц. хоҡуҡтар һәм милли азатлыҡ өсөн көрәше К.А.Федин [“Ҡыҙыл башҡорттар тураһында” (“О красных башкирах”) очеркы, 1919], А.В.Кожевников [“Алтын ярлылар” (“Золотая голытьба”) романы; 1927], Д.А.Лебедев [“Һаҡмар буйындағы йорт” (“Домик на Сакмаре”); 1929], В.Я.Канторович [“Башҡорт хикәйәләре” (“Башкирские рассказы”); 1936], Т.А.Богданович [“Пётр III тау заводы. Пугачёвсылар Уралда” (“Горный завод Петра III. Пугачёвцы на Урале”) повесы; 1936] әҫәрҙәрендә, С.И.Чекмарёв шиғырҙарында һәм көндәлек яҙмаларында һүрәтләнә. П.П.Бажовтың “Малахит ҡумта” (“Малахитовая шкатулка”; 1939) китабындағы айырым хикәйәләре башҡ. фольклоры мотивтары б‑са яҙылған [“Алтын сәс” (“Золотой волос”), “Демидов кафтандары” (“Демидовские кафтаны”); икеһе лә — 1939; “Ҡарт тауҙар бүләге” (“Старых гор подаренье”); 1946 һ.б.]. Башҡ. яугирҙарының Бөйөк Ватан һуғышы фронттарындағы батырлыҡтарына К.М.Симонов [“Башҡорт дивизияһында” (“В Башкирской дивизии”)], Ағалы-ҡустылы Турҙар (“Тризна”), И.Г.Эренбург [“Башҡорттар” (“Башкиры”); бөтәһе лә — 1942] очерктары, Р.М.Брусиловский хикәйәһе [“Сәғәҙәт” (“Сагадат”); 1944] һ.б. арналған. Башҡ. кавалерия дивизияһына Е.Ильина үҙенең шиғырын арнай. “Тыуған ил күге аҫтында” (“Под небесами Родины”; 1942) китабына ингән “Крәҫтиән Йәғәфәр” (“Крестьянин Ягафар”) хикәйәһендә А.П.Платонов һөйөү һәм ихтирам м‑н башҡ. ере, уның мәҙәниәте һәм халҡының йолалары т‑да яҙа. И.А.Ефремовтың “Ҡарт таусылар юлынан” (“Путями старых горняков”; 1943) хикәйәһе завод хужалары Пашковтарҙың Ырымбур ҡ. янындағы баҡыр рудниктарындағы ваҡиғалар хаҡында бәйән итә. Башҡ. нефте асылыуы тарихы Г.Д.Нагаевтың “Девон” (1966) романында һүрәтләнә; Ишембай, Туймазы һәм Октябрьский ҡҡ. нефтселәре һәм нефтехимиктары т‑да С.Г.Гехт һәм М.С.Шагинян очерктар яҙа. Өфөгә, Уралға, башҡ. яҙыусыларына һәм шағирҙарына М.А.Дудин, В.А.Луговской, Л.Н.Мартынов, В.В.Маяковский, Л.И.Ошанин, С.В.Смирнов, А.Т.Твардовский, Б.Ә.Әхмәҙуллина үҙҙәренең шиғырҙарын арнай. 1976 й. Е.А.Евтушенко А.М.Матросов т‑да “Бөтә һын менән” (“В полный рост”) поэмаһын баҫтыра.

20 б. 2‑се ярт. — 21 б. башында Башҡортостан т‑дағы әҙәбиәт респ. тыуған йәки йәшәүсе яҙыусылар — Ю.А.Андрианов, Э.А.Байков, Г.Е.Баннов, Ә.Һ.Бикчәнтәев, М.Я.Воловик, Ю.А.Горюхин, М.А.Ғафуров, Т.Й.Ғиниәтуллин, В.В.Денисов, А.А.Докучаева, Д.А.Дәминев, А.Е.Ерошин, Г.А.Зайцев, Й.Х.Ильясов, К.Ф.Йыһаншин, Р.М.Йәһүҙин, Г.И.Кацерик, А.И.Кузнецов, А.Л.Леонидов (Филиппов), Л.А.Лушников, М.Д.Львов, С.И.Матюшин, Г.П.Молодцов, Й.М. Мостафин, Р.Ә.Мәҡсүтов, М.Н.Нагаев, Б.Н.Павлов, Р.В.Паль, В.М.Перчаткин, Э.И.Солодовников, И.В.Сотников, В.А.Трубицын, А.П.Филиппов, Р.Ғ.Хәкимов, А.Г.Хөсәйенов, М.А.Чванов, С.Р.Чураева, С.П.Шалухин, Ғ.Ғ.Шафиҡов, Д.Ф.Швецов, Р.Б.Әхмәтов һ.б. әҫәрҙәре м‑н тулылана. Башҡ. яҙыусыларының урыҫ теленә тәржемә ителгән әҫәрҙәре Башҡортостандың күп милләтле әҙәбиәте һәм мәҙәниәте үҫешенә йоғонто яһай. М.Ғ.Рәхимҡоловтың 50‑се йй. 2‑се ярт. ТТӘИ‑лә башланған тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәһе булып 5 томлыҡ “Башҡортостан урыҫ әҙәбиәтендә” (“Башкирия в русской литературе”; 1961— 1968) йыйынтығы нәшер ителә. 1989— 2004 йй. йыйынтыҡ үҙгәртеүҙәр һәм өҫтәмәләр м‑н 6 томда (4—6 томдары С.Ғ.Сафуанов м‑н берлектә) яңынан баҫтырыла. 1977—90 йй. Башҡ‑н китап нәшриәте (ҡара: “Китап”) урыҫ яҙыусыларының башҡорттар һәм Башҡортостан т‑дағы әҫәрҙәрен үҙ эсенә алған “Алтын шишмәләр” (“Золотые родники”) китаптар серияһын (37 китап) сығара.

Р.З.Шәкүров

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: