Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АСТАНИН Владимир Васильевич

Просмотров: 817

АСТАНИН Владимир Васильевич (16.12.1947, Өфө), инженер-механик. Физика‑матем. ф. д-ры (1997). БР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (2001). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1973) шунда уҡ эшләй, бер үк ваҡытта 1985 й. алып Металдарҙың үтә һығылмалылығы проблемалары ин‑тының өлкән ғилми хеҙм‑ре. Фәнни эшмәкәрлеге һығылмалы һәм үтә һығылмалы деформациялар физикаһына арналған. А. ҡатнашлығында бөртөктәрҙең стимул биреп һәм бергәләштереп сиктәш шыуыу күренеше асылған (донъя фәнендә танылған). Изотермик прокатлау юлы м‑н үтә ваҡ бөртөклө структуралы титан иретмәләре табаҡтарын алыу ысулдары, композициялы материалдар алыуҙың яңы технологиялары эшләнгән. 120‑нән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: К теории сверхпластичной деформации //Физика металлов и металловедения. 1997. Т.84. Вып.6 (авторҙ.); The Modell of Grain Boundary Sliding Simulated by Intragranular Slip //Phylosophical Magazine A. 1998. Vol.77. №4 (авторҙ.).

Н.П.Барыкин

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019