Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХТӘМОВ Азамат Мөхтәр улы

Просмотров: 981

ӘХТӘМОВ Азамат Мөхтәр улы (31.3. 1962, Өфө ҡ. — 14.8.2020, шунда уҡ), математик. Физика‑математика фәндәре докторы (2005), профессор (2007). РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2011). М.Х.Әхтәмовтың улы. БДУ‑ны тамамлағандан һуң (1984) 1986 й. тиклем һәм 1989 й. алып БАХИ‑ла уҡыта. 1993 й. башлап БДУ‑ла эшләгән: 2004—08 йй. иҡтисадты фаразлауҙың математик ысулдары кафедраһы мөдире, бер үк ваҡытта 2006—08 йй. математика факультеты деканы, 2009—15 йй. тотош мөхиттәр механикаһы кафедраһы мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре тирбәлеүҙәр теорияһының һәм операторҙарҙың спектраль теорияһының кире мәсьәләләрен сисеүгә, иҡтисадта математик ысулдарҙы ҡулланыуға арналған. Ә. тарафынан сик шарттарын идентификациялау теорияһы эшләнгән һәм үҫтерелгән. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт премияһы лауреаты (2011).

   Х е ҙ м.: Математика для социологов и экономистов. М., 2004; Обратные задачи Штурма­-Лиувилля с нераспадающимися краевыми условиями. М., 2009 (авторҙ.); Теория идентификации краевых условий и её приложения. М., 2009.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Й.Т.Солтанаев
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 09.11.2021