Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАБИН Лев Алексеевич

Просмотров: 1178

БАБИН Лев Алексеевич (31.1.1932, Киров өлк. Петровское а. — 9.2.1998, Өфө), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1977), проф. (1978). БАССР‑ҙың атҡ. нефтсеһе (1982). ӨНИ‑не тамамлаған (1962). 1963—67 йй. КПСС‑тың Башҡ‑н өлкә ком‑ты инструкторы, 1968 й. алып ӨДНТУ‑ла эшләй (1975 й. алып газ һәм нефть үткәргестәр, газ һаҡлағыстар һәм нефть базалары төҙөү каф. мөдире). Фәнни тикшеренеүҙәре үткәргес торбалар төҙөү проблемалары м‑н бәйле. Б. магистраль үткәргес торбалар трассаларын проектлауҙы автоматлаштырыу, торба үткәргестәр төҙөлөшөндә тупраҡты яһалма нығытыу алымдарын һ.б. уйлап таба. 200‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 58 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Выбор трасс магистральных трубопроводов. Л., 1970 (авторҙ.); Типовые расчёты при сооружении трубопроводов. М., 1995 (авторҙ.); Новые технологии в трубопроводном строительстве на основе технической мелиорации грунтов. М., 1996 (авторҙ.).

Ю.И.Спектор

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019