Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҺМАНОВ Әнәс Абдрахман улы

Просмотров: 1275

БАҺМАНОВ Әнәс Абдрахман улы (3.3.1937, ТАССР‑ҙың Түбәнге Маҡтама а.), инженер-механик. Техник ф. канд. (2006). БР‑ҙың атҡ. уйлап табыусыһы (2011), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1980). Силәбе политехник ин‑тын тамамлағандан һуң (1965) Свердловск транспорт машиналары эшләү з‑дында эшләй. 1969 й. алып ИПТЭР‑ҙа: 1974 й. башлап сектор мөдире, 1983 й. — лаб. мөдире, 1987 й. — өлкән ғилми хеҙм‑р, 1993 й. — төп ғилми хеҙм‑р, 2003 й. — бүлек мөдире, 2008 й. — Нефть-газ промыслалары проблемалары һәм ресурстарҙы һаҡлап тотоноу үҙәгенең дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үткәргес торба транспортын, газ‑шыйыҡлыҡ ҡатышмаларын һәм аномаль реологик үҙенсәлекле шыйыҡлыҡтарҙы өйрәнеүгә арналған. Б. тарафынан нефтте промыслала транспортлау һәм нефть ҡатламдарына һыу тултырыу өсөн насослы энергетик ҡоролма уйлап табыла, ул БР, РФ‑тың башҡа төбәктәре һәм Ҡаҙағстан пр‑тиеларында индерелгән. 120‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 16 уйлап табыу авторы. БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге Дәүләт пр. (2009), И.М.Губкин ис. пр. (2002) лауреаты.

Хеҙм.: Блочные насосные установки для нефтяных месторождений. М., 1980 (авторҙ.); Модифицированные насосы ЦНС 105‑441‑2 и ЦНС 180‑383‑2. Испытания и подконтрольная эксплуатация. М., 1991 (авторҙ.); Методика расчёта характеристик двухвинтового насоса негерметичного типа. Уфа, 2002 (авторҙ.).

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019