Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҺМАНОВ Валерий Хөсәйен улы

Просмотров: 970

БАҺМАНОВ Валерий Хөсәйен улы (2.8.1951, Ҡырым өлк. Советский ҡсб), физик. Техник ф. д‑ры (2006), проф. (2007). МДУ‑ны тамамлағандан һуң (1975) Бөтә Союз нефть промыслалары геофизикаһы ҒТИ‑нда эшләй. 1978 й. алып ӨДАТУ‑ла (1984—94 йй. “Искра” фәнни конструкторлыҡ-технология бюроһының сектор мөдире), бер үк ваҡытта 1994 й. башлап БР Йәшәйеш хәүефһеҙлеге ҒТИ‑нда лаб. мөдире. Фәнни тикшеренеүҙәре йыһанды күҙәтеү системалары мәғлүмәттәрен анализлауҙың мәғлүмәт технологиялары м‑н бәйле. Б. ҡатнашлығында экологик хәүефһеҙлектең дәүләт программалары, экологик мониторинг системалары, ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе һәм уларҙың эҙемтәләрен күҙаллау системалары һ.б. уйлап табыла. 170‑тән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Радиотехнические основы проектирования межспутниковых инфокоммуникаций. Уфа, 2008 (авторҙ.); Математические основы цифровой обработки сигналов. Уфа, 2008 (авторҙ.).

А.Х.Солтанов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019