Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАЖАЙКИН Станислав Георгиевич

Просмотров: 987

БАЖАЙКИН Станислав Георгиевич (9.1.1944, Амур өлк. Завитая ҡсб), механик. Техник ф. д‑ры (2000), проф. (2008). Урал ун‑тын тамамлағандан һуң (Свердловск ҡ., 1969) ИПТЭР‑ҙа эшләй: 1983 й. алып лаб. мөдире, 1993 й. — бүлек мөдире, 2002 й. — ген. дир. урынбаҫары. Фәнни эшмәкәрлеге үҙәктән ҡыуыусы һәм винтлы насостарҙы проектлау һәм файҙаланыу, газ-шыйыҡса ҡатышмаларын һәм үҙле шыйыҡсаларҙы ҡыуыу проблемаларын өйрәнеү м‑н бәйле. Б. үҙәктән ҡыуыусы насостарҙың баҫым үҙенсәлектәренең ҡыуылыусы мөхит эсендә һығылмалы тулҡындарҙың (тауыш) таралыу тиҙлегенә һәм үҙле шыйыҡсаларҙың сик ҡатламы ҡалынлығына бәйлелеген иҫбатлай. Уның тарафынан уйлап табылған ҡатлам баҫымын һаҡлау системалары өсөн насос агрегаттары 1995 й. алып Воткинск з‑дында сығарыла. 70‑тән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 10 уйлап табыу авторы. И.М.Губкин ис. пр. (2002), БР‑ҙың фән һәм техника өлкәһендәге (2009), ТР-ҙың фән һәм техника өлкәһендәге (2012) Дәүләт пр.  лауреаты.

Хеҙм.: Модифицированные насосы ЦНС: испытание и подконтрольная эксплуатация. М., 1991; Центробежные насосы в системе сбора, подготовки и магистрального транспорта нефти. М., 1999 (авторҙ.).

Х.Ә.Әҙмәтов

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019