Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҠЫЕВ Әхмәт Вәхит улы

Просмотров: 998

БАҠЫЕВ Әхмәт Вәхит улы [15.1.1939, БАССР‑ҙың Боҙаяҙ р‑ны Шишмә а. (БР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны) — 13.8.2016, Өфө, тыуған яғында ерләнгән], инженер‑механик. БР ФА акад. (1998), техник ф. д‑ры (1985), проф. (1986). РФ‑тың атҡ. фән эшмәкәре (1998), БАССР‑ҙың атҡ. фән һәм техника эшмәкәре (1989). ӨНИ‑не тамамлағандан һуң (1960) шунда уҡ эшләй: 1969 й. алып ситтән тороп уҡыу ф‑ты деканы, 1974 й. — ситтән тороп һәм киске уҡыу б‑са проректор, 1989—99 йй. нефть аппараттары төҙөү технологияһы каф. мөдире; бер үк ваҡытта 1991 й. башлап БР ФА‑ның Физика‑матем. һәм техник фәндәр бүлеге акад.‑секретары, 1996 й. — геология, физика‑матем. һәм техник фәндәр секцияһы рәйесе урынбаҫары, 2000 й. алып Нефть һәм газ бүлеге, 2006 й. — Ер т‑дағы фәндәр һәм тәбиғәт ресурстары бүлеге акад.‑секретары. Б. оҡшаш булмаған әйләнеү ҡатламдарының деформацияланыу һәм емерелеү механикаһы, иретеп йәбештереү процестары теорияһы өлкәһендә фундаменталь тикшеренеүҙәр үткәргән. Уның тарафынан уйлап табылған аппараттарҙың төп деталдәрен тулыһынса алмашыныусанлыҡ принцибына нигеҙләнеп етештереү технологиялары һәм аппаратураны эҫегә сыҙамлы, мартенсит класлы хром‑молибден ҡоростан иретеп йәбештереүҙең яңы технологиялары машиналар эшләүҙә индерелгән. Б. етәкс. түбән потенциаллы йылыны сығарып алыу өсөн  йылы алмаштырыусы, үҙәктән ынтылыусы көстәр мөхитендә фазаларҙы бүлеүсе нефтехимия аппараттары эшләнгән. 300‑гә яҡын фәнни хеҙмәт һәм 25 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Газонефтяное оборудование оболочкового типа. Уфа, 1987 (авторҙ.); Взаимозаменяемость в аппаратостроении. Уфа, 1990; Технология аппаратостроения. Уфа, 1995.

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 16.09.2021
Шәхестәр: