Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БӘКЕРОВ Фёдор Ғәйфулла улы

Просмотров: 1134

БӘКЕРОВ Фёдор Ғәйфулла улы (10.2.1947, БАССР‑ҙың Балтас р‑ны Иҫке Балтас а.), инженер-механик. Техник ф. д‑ры (1995), проф. (2007). БР‑ҙың атҡ. фән эшмәкәре (1997), РФ юғары мәктәбенең атҡ. хеҙм‑ре (2008), СССР юғары мәктәбе отличнигы (1982), СССР‑ҙың уйлап табыусыһы (1985). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1969) шунда уҡ эшләй: 1980 й. алып киске һәм ситтән тороп уҡыу б‑са проректор, 1988 й. — осоу аппараттары двигателдәре йылылығы физикаһы каф. мөдире, 1990 й. — авиация йылылыҡ техникаһы һәм йылылыҡ энергетикаһы каф. мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге газ турбиналы двигателдәрҙең һәм энергия ҡоролмаларының яныу камераларындағы эш процестары теорияһының үҫеше м‑н бәйле. Б. тикшеренеүҙәренең һөҙөмтәләре түбән эмиссиялы яныу камераларын уйлап табыу һәм авиация двигателдәрен эшләүҙә [П.И.Баранов ис. Үҙәк Авиация моторҙар эшләү ин‑ты (Мәскәү), “Мотор” ғилми-производство пр‑тиеһы һ.б.] ҡулланыла. 180‑дән ашыу фәнни хеҙмәт һәм 8 уйлап табыу авторы.

Хеҙм.: Анализ эксплуатационных показателей теплогазогенераторов для интенсификации нефтеизвлечения. М., 1987 (авторҙ.); Образование и выгорание сажи при сжигании углеводородных топлив. М., 1989 (авторҙ.)

А.М.Русак

Тәрж. Р.Ғ.Ғилманов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019