АЖНАКИН Александр Григорьевич
760
АЖНАКИН Александр Григорьевич (22.10.1924, Пенза губернаһы Марфин а. — 22.4.1999, Өфө ҡ.), төҙөүсе. РСФСР‑ҙың атҡаҙанған төҙөүсеһе (1974). 1941—45 йй. Өфө моторҙар эшләү заводында, 1949 й. алып 3‑сө төҙөлөш тресында эшләй, 1964—85 йй. 4‑се махсус төҙөлөш идаралығы начальнигы. СССР МС‑ы премияһы лауреаты (1982). “Почёт Билдәһе” ордены менән бүләкләнгән (1971).
В.А.Сорокин
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.06.2023
Энциклопедиялар: