АҠЫЛОВ Фәрит Яныбай улы
АҠЫЛОВ Фәрит Яныбай улы (9.6.1947, БАССР‑ҙың Хәйбулла районы Ғәлиәхмәт а.), технолог-байыҡтырыусы. 1974—2010 йй. (өҙөклөк менән) Учалы тау-байыҡтырыу комбинатында эшләй: 1982 й. алып комплекслы бригада бригадиры; 2002 й. башлап байыҡтырыу фабрикаһы начальнигы урынбаҫары, 2006 й. — төп корпусы начальнигы. 1990 й. алып “Эрдэнэт” берлектәге Рәсәй-Монголия тау-байыҡтырыу комбинатында (Монголия) байыҡтырыу фабрикаһының бүлек начальнигы урынбаҫары; 2010 й. февраленән башлап “Изготовление, внедрение, сервис” ЯАЙ (Санкт‑Петербург ҡ.) берлектәге предприятиеһының Урал вәкиллеге (Учалы ҡ.) төп инженер-технологы; 2011—12 йй. Гай тау-байыҡтырыу комбинатының байыҡтырыу фабрикаһы (Ырымбур өлкәһе) начальнигы. СССР‑ҙың Дәүләт премияһы лауреаты (1988). Халыҡтар дуҫлығы ордены менән бүләкләнгән (1984).
В.П.Евстигнеев
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина