АКСАКОВ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ
АКСАКОВ ЭЛЕКТР БҮЛЕҮ СЕЛТӘРҘӘРЕ, Бишбүләк, Бәләбәй, Дәүләкән, Йәрмәкәй, Миәкә, Әлшәй р‑ндары ҡулланыусыларын, ш. иҫ. “Аксаковнефть” НГДУ‑һын, Куйбышев тимер юлының Башҡортостан бүлексәһе өлөштәрен электр энергияһы м‑н тәьмин итә. Оператив-диспетчер хеҙмәте Бәләбәй р‑ны Аксаков а., район диспетчер пункттары Бишбүләк, Йәрмәкәй, Миәкә, Әлшәй р‑ндарында урынлашҡан. Дөйөм билдәләнгән ҡеүәте 877,7 МВ•А булған 35—220 кВ көсөргәнешле 50 электр подстанцияһын, 0,4—10 кВ (оҙонлоғо 6048 км) һәм 35—220 кВ (1280 км) көсөргәнешле электр энергияһы тапшырыу линияларын үҙ эсенә ала. Хеҙмәтләндереүҙең дөйөм күләме 32519 шартлы берәмек тәшкил итә.
1964 й. “Башкирэнерго”ның юғары вольтлы электр селтәрҙәренең Көнбайыш районы һәм “Сельэнерго” селтәрҙәре базаһында Бәләбәй электр селтәрҙәре булараҡ нигеҙ һалына, 1992 й. алып “Башкирэнерго” филиалы, 2005 й. — “БашРЭС—Стәрлетамаҡ” пр‑тиеһының (“Башкирэнерго” ААЙ‑ның “Башҡортостан электр бүлеү селтәрҙәре” ЯСЙ бүлендек йәмғиәте филиалы) хәҙ. исемде йөрөткән структур бүлексәһе. 1965 й. А.э.б.с. СССР‑ҙа тәүгеләрҙән булып юғары вольтлы линия тростарына һәм сымдарына ултырған боҙҙо алып ташлау, көслө ел баҫымы режимында уларҙың ышаныслылығын күтәреү б‑са саралар индерелә.
Ш.Ғ.Китабов
Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина