Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“ВИДЕРГЕБУРТ”

Просмотров: 1448

“ВИДЕРГЕБУРТ” (“Wiedergeburt” — “Яңырыу”) БР немецтарының мәҙәни-ағартыу союзы, Башҡортостан немецтарының этник яңырыуына булышлыҡ итеү, телен һәм мәҙәниәтен һаҡлау, уларҙың гражданлыҡ хоҡуҡтарын һәм азатлыҡтарын яҡлау өсөн ойошторолған ижт. ойошма. Өфөлә урынлашҡан. 1989 й. “В.” Башҡ‑н республика йәмғиәте булараҡ асыла, 1993 й. “Айнхайт” Башҡ‑н республика мәҙәни үҙәге м‑н берләшкәндән һуң, хәҙ. статусын ала. Рәсәй немецтарының федераль милли-мәҙәни автономияһы, Рәсәй немецтары йәмәғәт берекмәләренең “Содружество” Дөйөм Рәсәй ассоциацияһы, йәмәғәт берекмәләренең “Халыҡ‑ара немец мәҙәниәте союзы” ассоциацияһы (бөтәһе лә — Мәскәү), Волга буйы немецтарының яҡташтар берекмәһе (Һарытау ҡ.), БР халыҡтары ассамблеяһы, БР немецтарының милли-мәҙәни автономияһы, «“Башҡортостан–Германия” Рәсәй—Германия дуҫлығы йәмғиәте» Башҡ‑н төбәк йәмәғәт ойошмаһы ағзаһы. Союздың юғары органы булып йылына кәмендә бер тапҡыр саҡырылған респ. конф. тора; конф. араһында Союз эшмәкәрлеге м‑н Совет етәкселек итә. БР‑ҙың Ишембай, Нефтекама, Октябрьский, Салауат, Стәрлетамаҡ ҡҡ., Әбйәлил р‑ны Северный а. һәм Благовар р‑ны Пришиб а. 7 филиалы һәм 9 осрашыуҙар мәҙәни үҙәге бар. “В.” составында 3,5 меңдән ашыу кеше (2011). Эшмәкәрлегенең төп йүнәлештәре: фестивалдәр, күргәҙмәләр, лекциялар һ.б. мәҙәни-ағартыу саралары ойоштороу; немецтар тупланып йәшәгән урындарҙа уларҙың милли-мәҙәни үҙәктәрен асыу; хәйриә. Өфөлә “В.” ҡатнашлығында элекке Иваново зыяратында (хәҙ. Еңеүҙең 50 йыллығы скверы, Октябрҙең 50 йыллығы ис. урам) инжил-лютеран тәреһе ҡуйылған, унда йыл һайын 28 августа сәйәси репрессия ҡорбандары иҫтәлегенә саралар үткәрелә; “Лопатино” зыяратында мемориал асылған (1999). 1998–99 йй. “В.” балалар өсөн лингвистик һауыҡтырыу лагерҙары ойоштора. Республикала немец йәкшәмбе мәктәптәре, немец теле курстары, немец телендәге 9 әҙәбиәт китапханаһы, “Ювель” йәштәр клубы (Өфө), “Бастельн” биҙәү-ҡулланма сәнғәте түңәрәге (Өфө, Пришиб) асыла. “В.” традицион милли һәм дини байрамдар (“Уңыш өсөн рәхмәт әйтеү көнө”, Пасха, Раштыуа һ.б.), фольклор ансамблдәре фестивалдәре һ.б. ойошторола. Ойошма м‑н В.А.Книсс һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Г.Д.Арнгольд

Тәрж. Ә.Н.Аҡбутина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019