Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҒӘРӘП ТЕЛЕ

Просмотров: 1616

ҒӘРӘП ТЕЛЕ, семит телдәренең береһе (көньяҡ-көнбайыш төркөм). Бөтә ғәрәп илдәренең (Ираҡ, Ливан, Сауд Ғәрәбстаны, Сүриә һ.б.), Сомали Федератив Республикаһы һәм Джибути Республикаһының рәсми теле; БМО‑ның рәсми һәм эш телдәренең береһе. Шулай уҡ Азияның һәм Төньяҡ Африканың башҡа илдәрендә таралған. Иврит теленә яҡын. Ғ.т. боронғо төньяҡ ғәрәп теле нигеҙендә барлыҡҡа килә. Классик әҙәби Ғ.т. исламға тиклемге шиғриәттә (5—6 бб.) һәм Ҡөрьән телендә (7 б.) формалаша. Ғ.т. боронғо ваҡыттарҙан диалекттарға тармаҡланыу хас; хәҙерге диалекттарҙың төп төркөмдәре: ғәрәбстан, көнсығыш (йәки месопатамия), үҙәк ғәрәп, мысыр-судан, төньяҡ африка (йәки мәғриб). Ғ.т. фонетикаһына хас һыҙаттарҙың береһе — теш араһы фрикативтарының [з,с], тамаҡ [‘] һәм яңғырау [дж] аффрикатаһының булыуы. Тартынҡылар ғәҙәттә һүҙ тамырының тәүге мәғәнәһен билдәләй, ә һуҙынҡылар һүҙҙең эске структур үҙгәреүе иҫәбенә лексик-грамматик мөнәсәбәттәрҙе сағылдыра һәм һүҙҙең мәғәнәһен асыҡлай. Мәҫәлән, ‑ктб- (яҙыу) тамырынан һуҙынҡыларҙы үҙгәртеү юлы менән түбәндәге һүҙҙәрҙе яһарға мөмкин: “кәтб” (яҙма), “кәтиб” (яҙыусы, әҙип), “китаб” (китап), “кутиба” (яҙылған), “мәктәб” (мәктәп), “мәктүб” (хат). Ғ.т. төп морфологик үҙенсәлектәре: бөтә исемдәр өсөн билдәлелек-билдәһеҙлек категорияһы һәм грамматик категорияларҙың берҙәм системаһы; ике төрлө үҙгәрешле (2 һәм 3 килешле) килештәр системаһы; исемдә лә, ҡылымда ла өс грамматик һандың (берлек, парлылыҡ һәм күплек) һәм ике енестең (ир һәм ҡатын-ҡыҙ) булыуы; ҡылымдың ваҡыт формаларының үҫешкәнлеге (3 ябай һәм 3 ҡатмарлы ваҡыт) һ.б. Ғ.т. синтаксисында ҡылым һәм исем һөйләмдәр системаһы үҫешкән. Телмәрҙе теркәү өсөн ғәрәп яҙмаһы файҙаланыла. 10 б. алып Ғ.т. Волга буйы һәм Урал алды мосолмандары бөтә ғибәҙәт ҡылыуҙарҙы башҡарыу өсөн ҡуллана, дини һәм донъяуи уҡыу йорттарында мотлаҡ өйрәнелә торған предмет була. Ғ.т. лексик берәмектәре башҡорт теленә ингән (ҡара: Ғәрәп теленән үҙләштерелгән һүҙҙәр). Хәҙерге ваҡытта Ғ.т. байтаҡ мәктәптәрҙә, мәҙрәсәләрҙә, БДУ һәм БДПУ‑ның филология факультеттарында уҡытыла.

Әҙәб.: Баишев Ф.Н., Ғаффаров И.З., Ғәләүетдинов И.Ғ. Ғәрәп теле. Өфө, 1998; Юшманов Н.В. Строй арабского языка. Л., 1938; Халидов А.Б. Арабские рукописи и арабская рукописная традиция. М., 1985.

И.Ғ.Ғәләүетдинов

Тәрж. Р.Ә.Сиражетдинов

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 19.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: