Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘМИРОВ Марс Ғизетдин улы

Просмотров: 1544

ӘМИРОВ Марс Ғизетдин улы (1.8. 1930, Бәләбәй ҡ. — 12.9.1992, шунда уҡ), хужалыҡ эшмәкәре. Техник ф. канд. (1983). БАССР‑ҙың атҡ. машиналар эшләүсеһе (1983). ӨАИ‑ны тамамлағандан һуң (1956) Өфө ҡ. 100‑сө почта йәшнигендә инженер, цех нач. булып эшләй, 1964 й. алып ӨМЭЗ‑дең партия ком‑ты секретары урынбаҫары. 1967—92 йй. “Автонормаль” ААЙ дир., бер үк ваҡытта 1989 й. башлап з‑д эргәһендәге ӨАИ филиалында металдарҙы баҫым м‑н эшкәртеү каф. мөдире. Ә. ҡатнашлығында металдарҙы һалҡын килеш ултыртып эшкәртеү технологиялары эшләнгән һәм з‑дта индерелгән. Ә. инициативаһы б‑са Бәләбәй машиналар эшләү техникумы, Машина эшләүселәр ПТУ асылған. 64 фәнни хеҙмәт һәм 12 уйлап табыу авторы. РСФСР ЮС‑ының 10—11‑се, БАССР ЮС‑ының 9‑сы саҡырылыш депутаты. Окт. Революцияһы (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971, 1981), “Почёт Билдәһе” (1963) орд. м‑н бүләкләнгән. Ә. исеме м‑н Бәләбәй ҡ. урам аталған.

Т.И.Әминев

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: