Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРТЫМ

Просмотров: 1534

ҠУРТЫМ, килешеү нигеҙендә хаҡ түләп мөлкәткә ваҡытлыса эйә булыу һәм уны файҙаланыу. Килешеү предметы — ер участкалары һ.б. айырым тәбиғәт объекттары, биналар, ҡоролмалар, предприятиелар, ҡорамалдар, транспорт саралары һ.б. күсемле һәм күсемһеҙ милек.

  Башҡортостанда Ҡ. үҙенсәлекле формаһы булып керҙәшлек торған, башта ул аҫабалыҡ хоҡуғын юғалтҡан башҡорттарға (ҡара: Аҫаба, Керҙәштәр), 17 б. алып башҡ. улустары территорияһында хужалыҡ ҡороу мөмкинлеген алған килмешәк халыҡҡа, башлыса крәҫтиәндәргә һ.б. күсеп килеүселәргә (ҡара: Күскенселек хәрәкәте) ҡағылған. Башҡорттар аҫаба ерҙәрен (ҡара: Башҡорттарҙың аҫабалыҡ хоҡуғы) аҡсалата йәки әйберләтә оброкка айырым кешегә йәки кешеләр төркөмөнә Ҡ. биргән. Төбәккә күсеп килгән төрлө халыҡ вәкилдәренә урманлы, һөрөнтө ерҙәр, сабынлыҡтар, балыҡлы, мәғдәнле һ.б. урындар (уларҙың сиге географик ориентирҙар буйынса билдәләнгән; ҡара: Ерҙе файҙаланыу) 2 йылға һәм унан күберәк ваҡытҡа бирелгән. Башҡ. ер биләүселәренә эшләү йәки улар өсөн яһаҡ, һалым һәм йөкләмәләрҙең бер өлөшөн түләү, дәүләткә бурыстарын ҡайтарыу йыш ҡына Ҡ. шарттары булған. Дөйөм Рәсәй ҡануниәте менән көйләнгән (ҡара: Ер сәйәсәте), өйәҙ һәм губерна учреждениеларында Ҡ. яҙмаларында рәсмиләштерелгән; 18 б. тиклем телдән килешеү осраҡтары ла булған (ҡара: Бобылдәр). 18 б. тиклем башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен оҙаҡҡа Ҡ. биреү тыйылған (Собор уложениеһы, 1664 й., 1694 й. Өфө воеводалары наказдары һ.б.). 18 б. Ҡ. ваҡытын оҙайтыуҙы (1753 й. 13 октябрендәге указ һ.б.) һәм башҡорттарҙың аҫаба ерҙәрен бер ниндәй түләүһеҙ файҙаланыуҙы [указдар (1736 й. 11 февр.), 1738 й. 17 мартындағы, 1739 й. 20 авгусындағы, 1754 й. 16 мартындағы һ.б. указдар] рөхсәт иткән айырым указдар ҡабул ителгән. 19 б. Генераль ыҙанлау һәм Махсус ыҙанлау уҙғарыу барышында Ҡ. төп шарттарын (ер биләмәләренең майҙаны, файҙаланыу ваҡыты, хаҡы һ.б.) көйләгән указдар ҡабул ителә. Указға (1832 й. 10 апр.) ярашлы, улус халҡының 2/3 өлөшө риза булған осраҡта, кантон башлығы һәм йорт старшинаһы таныҡлығы менән аҫаба башҡорттарҙың үҙ ерҙәрен 12 йылға тиклем (мәғдән йәки башҡа минералдар табылған хәлдә, 30 һәм унан да күберәк йылға) оброк түләү шарты менән Ҡ. биреү хоҡуғы булған (Ҡ. аҡсаһының 2/3 өлөшө ер хужалары араһында бүленгән, 1/3 өлөшө йәмәғәт ихтыяждарына тотонолған). Башҡорттар тураһында положениеға ярашлы, аҫаба башҡорттарҙың һалым һалынмаған ер биләмәһенең бәләкәй өлөшөн генә (ҡара: Ер биләү) ҡыҫҡа ваҡытҡа Ҡ. бирергә мөмкин булған (ҡарарҙар улус сходында сығарылған), Башҡорт дайсаларын ыҙанлау тураһында положение буйынса, ерҙе ауыл кешеләренә (һәр ир-атҡа 30 дисәтинә) һәм дәүләткә, шулай уҡ заводтар төҙөү һәм мәғдән сығарыу өсөн Ҡ. биреү рөхсәт ителгән. Революциянан (1917) һуң Ҡ. бөтөрөлә. Яңы иҡтисади сәйәсәт йылдарында ваҡ (тирмәндәр, май һығыу заводтары һ.б.) һәм эре (ҡара: Ҡуртым предприятиеһы) предприятиелар Ҡ. бирелә башлай. Ерҙе Ҡ. биреү тергеҙелә. Төп Ҡ. биреүселәр — үҙ ерҙәрен эшкәртеү мөмкинлеге булмаған ярлы халыҡ ҡатламдары, Ҡ. алыусылар хәлле крәҫтиәндәр була. 20‑се йй. 2‑се яртыһында индустриялаштырыу һәм коллективлаштырыуға йүнәлеш алынғандан һуң, Ҡ. биреү мөмкинлеге кәмей. 30‑сы йй. башында — дәүләт предприятиеларын, 1937 й. ауыл хужалығы тәғәйенләнешендәге ерҙәрҙе айырым кешеләргә Ҡ. биреү туҡтатыла. Артабан СССР‑ҙа Ҡ. мөнәсәбәттәре сикләнгән характерҙа була, тик ҡала ерҙәрен һәм махсус тәғәйенләнешле ерҙәрҙе сауҙа, склад ҡоролмаларын һ.б. ваҡытлыса урынлаштырыу өсөн Ҡ. биреү һаҡлана.

  90‑сы йй. башынан Ҡ. республиканың бөтә халыҡ хужалығы тармаҡтарында ла киң тарала. Ҡ. мөнәсәбәттәре хоҡуҡи яҡтан РФ‑тың Гражданлыҡ кодексы, федераль закондар һәм БР закондары менән көйләнә.

И.М.Байназаров, Д.Ғ.Күскилдин, Ә.З.Әсфәндиәров

Тәрж. Ф.Ә.Ҡылысбаев

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 11.01.2023
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: