Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ҠУРТЫМ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ

Просмотров: 1557

ҠУРТЫМ ПРЕДПРИЯТИЕҺЫ, дәүләт, муниц. пр‑тиелар йәки уларҙың структура берәмеге мөлкәтен ҡуртымға алыу нигеҙендә ойошторолған пр‑тие. Ҡ.п. статусы, ҡуртым килешеүенә ҡул ҡуйылғандан һуң, ҡуртымға алыусыларға пр‑тие мөлкәтен тапшырыу мәленән бирелә. Үҙенең уставына ярашлы, Ҡ.п. идара итеү формаһын,  хеҙм‑рҙәрҙе эшкә алыу һәм эштән бушатыу, табыш бүлеү тәртибен, хеҙмәткә түләү системаһын, эш көнө тәртибен һ.б. үҙ аллы билдәләй. Пр‑тие мөлкәтен ҡуртымға биреү был мөлкәткә милек хоҡуғын тапшырыуҙы аңлатмай. Килешеүҙә пр‑тие мөлкәтен ҡуртымға биреүҙең 2 формаһы ҡарала: ҡуртымға бирелгән мөлкәтте һатып алмайынса һәм һуңынан һатып алыу хоҡуғы м‑н (ҡара: Лизинг).

Яңы иҡтисади сәйәсәткә күскәндән һуң, Башҡортостанда сәнәғәтте тергеҙеү маҡсатында, “хәрби коммунизм” осоронда национализацияланған пр‑тиелар ҡуртымға бирелә башлай (140 пр-тие, шуларҙың 45‑е айырым кешеләргә бирелә). 30‑сы йй. башында дәүләт пр‑тиеларын айырым кешеләргә ҡуртымға биреү бөтөрөлә. 90‑сы йй. дәүләт һәм муниц. пр‑тиеларҙы хосусилаштырыу барышында Ҡ.п. үҙгәртелә һәм яңынан төҙөлә, уларҙың ойоштороу‑хоҡуҡи формалары РФ һәм БР закондарына ярашлы тәртипкә килтерелә.

Ф.С.Исхаҡова, Д.Ғ.Күскилдин

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: