Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“АРЛАННЕФТЬ”, пр‑тие

Просмотров: 1712

“АРЛАННЕФТЬ” нефть һәм газ сығарыу идаралығы. Ҡалтасы һәм Краснокама р‑ндары терр‑яһындағы Арлан нефть ятҡылығын эшкәртеү һәм файҙаланыуҙы тормошҡа ашыра. Нефтекама ҡ. урынлашҡан. Составы: 6 нефть һәм газ сығарыу цехы, файҙаланыу ҡорамалдарын прокатлау-ремонтлау цехы, нефтте әҙерләү һәм һурҙырып бушатыу, ҡатламда баҫымды тотоу, скважиналарҙы капиталь һәм ер аҫтында ремонтлау цехтары һ.б. Уҡытыу-курс комб‑ты, һауыҡтырыу комплексы, Нефтселәр техника йорто бар; “Нефтяник Арлана” (“Арлан нефтсеһе”) гәз. сығара. Бырауланған скважиналар фонды — 4745 берәмек. 1999 й. 4284 кеше эшләгән.

1957 й. “Башнефть” берекмәһе составында “А.” нефть промыслаһы идаралығы булараҡ нигеҙ һалына, 1‑се (Ҡалтасы р‑ны Ҡырпы а.) һәм 2‑се (Краснокама р‑ны Әшит а.) нефть промыслалары базаһында эшләй, 1970 й. алып НГДУ, 1995 й. — “Башнефть” АНК филиалы, 2003 й. — ЯСЙ, 2005 й. — “Башнефть” АНК ААЙ‑ның “Башнефть—Яңауыл” филиалы составында, 2010 й. — “Башнефть‑Добыча” ЯСЙ. 1970—98 йй. “Башнефть” АНК‑ның алдынғы пр‑тиеһы. 2000 й. ҡарата “А.” 240 млн т ашыу нефть сығарған; нефть сығарыуҙың макс. кимәле — 8,8 млн т (1982). “А.” РФ‑та тәүге тапҡыр скважиналарҙы тармаҡлап быраулау индерелә, ҡатламдарҙың нефть биреүсәнлеген арттырыусы ысулдар ҡулланыла: ҡатлам эсендә дымлы яндырыу һәм өҫкө йөҙҙә актив матдәләрҙе файҙаланып һыуландырыу; БР‑ҙа тәүге тапҡыр скважиналарҙы вышкаһыҙ файҙаланыу үҙләштерелә. Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ орд. м‑н бүләкләнгән (1981). “А.” м‑н Ф.И.Безденежный, В.П.Густов, Р.Ғ.Фәйзуллин һ.б. эшмәкәрлеге бәйле.

Тәрж. Г.Ҡ.Ҡунафина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019