АФФИКС
АФФИКС (лат. affixus — ялғанған), морфологик деривация (һүҙ үҙгәреше һәм һүҙьяһалыш) процестарында һүҙ тамырына ҡушылыусы ярҙамсы морфема (ҡара: Морфемика). Агглютинатив төҙөлөшлө (ҡара: Агглютинатив телдәр) тел булараҡ, башҡорт телендә типик бер мәғәнәлелек, А. тамырға ҡарата урынлашыуының билдәле тәртибе күҙәтелә (ҡара: Агглютинация).
А. шулай уҡ сингармонизмға бәйле өндәрҙең үҙгәреүе хас, мәҫәлән, ‑лар/ ‑ләр: “бала‑лар” — “кеше‑ләр”; ‑һы/ ‑һе: “баҡса‑һы” — “күрше‑һе” һ.б.
Функциональ классификация буйынса, яһалма һүҙ барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланылған һүҙ яһаусы, мәҫәлән, “таш” — “таш‑лы”, “таш‑сы”, “таш‑сыҡ”, һәм һүҙҙең грамматик формаһын барлыҡҡа килтереү өсөн ҡулланылған форма яһаусы, мәҫ., “ат” — “ат‑тар”, “ат‑тар‑ыбыҙ”, “ат‑тар‑ыбыҙ‑ҙың”, А. бүленә.
Лит.: Д м и т р и е в Н.К. Грамматика башкирского языка. М., 2008; Грамматика современного башкирского литературного языка. М., 1981.
Э.Ф.Ишбирҙин
Тәрж. Р.М.Шәрипова