ӘХӘТОВ Ғәбделхәй Хөррәм улы
ӘХӘТОВ Ғәбделхәй Хөррәм улы (8.9.1927, ТАССР‑ҙың Иҫке Айман а. — 25.11.1986, Яр Саллы ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре докторы (1965), профессор (1970). Ҡазан педагогия институтын тамамлаған (1951). 1954 й. алып Тубыл педагогия институтының татар теле кафедраһы, 1958 й. — БДУ‑ның татар теле һәм әҙәбиәте кафедраһы,1980 й. — Алабуға педагогия институтының татар филологияһы кафедраһы мөдире. Фәнни эшмәкәрлеге диалект һәм һөйләштәрҙе, хәҙерге татар теленең лексикологияһын, лексикографияһын тикшереүгә арналған. “Татар теленең фразеологик һүҙлеге” (Ҡазан, 1982), вуздар өсөн дәреслектәр һәм уҡыу әсбаптары авторы.
Х е ҙ м.: Диалект западносибирских татар. Уфа, 1963; Языковые контакты народов Поволжья //Расцвет, сближение и взаимообогащение культур народов СССР. Уфа, 1970.
М.В.Зәйнуллин
Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов