Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘХМӘТОВ Мөхәмәтхәй Әхмәт улы

Просмотров: 1072

ӘХМӘТОВ Мөхәмәтхәй Әхмәт улы (25.1.1942, БАССР‑ҙың Ҡыйғы районы Алағуз а. — 17.11.1995, Өфө ҡ.), тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1970). С.Ә.Әхмәтовтың ҡустыһы. БДУ‑ны тамамлаған (1964). 1965—67 йй. Ҡыйғы районы Алағуз урта мәктәбенең уҡыу‑уҡытыу бүлеге мөдире. 1970 й. алып БДУ‑ла уҡыта. Фәнни эшмәкәрлеге орхон‑йәнәсәй ҡомартҡылары телен башҡ. теле менән сағыштырып өйрәнеүгә, башҡ. һ.б. төрки телдәрҙең һүҙ төркөмдәре тарихын тикшереүгә арналған.

  Х е ҙ м.: Глагол в языке орхоно‑енисейских памятников (в сравнительном плане с современным башкирским языком). Саратов, 1978.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.Ә.Сиражитдинов

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 24.11.2022