Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕГЛОВА Елена Ивановна

Просмотров: 129

БЕГЛОВА Елена Ивановна (19.3.1961, БАССР‑ҙың Йылайыр р‑ны Иван‑Ҡыуалат а.), тел белгесе. Филол. ф. д‑ры (2008). БР‑ҙың мәғариф алдынғыһы (2005), РФ‑тың почётлы юғары проф. белем биреү хеҙм‑ре (2010). СДПИ‑ны тамамлаған (1982), 1983 й. алып шунда уҡ уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре лексикология, стилистика проблемаларына, тексҡа филол. анализ мәсьәләләренә һ.б. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Семантико‑прагматический потенциал некодифицированного слова в публицистике постсоветской эпохи. М.; Стерлитамак, 2007.

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019