Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕССОНОВ Александр Григорьевич

Просмотров: 1318

БЕССОНОВ Александр Григорьевич (1848, Вятка ҡ. — 1917), тел белгесе, этнограф. Ҡазан дини академияһының дини тәғлимәт бүлеген тамамлағандан һуң (1877) Вятка губернаһында, Ҡазанда халыҡ уҡытыусыһы була; Ырымбур татар уҡытыусылар мәктәбендә уҡыта. 1882 й. алып Ырымбур губернаһы мәктәптәре һәм халыҡ училищелары инспекторы, 1909 й. — Вятка губернаһының Күкарҡа биҫтәһендә семинария директоры. Башҡ., ҡаҙаҡ, татар, удмурт телдәрен белгән. Башҡорт телен тәүге тикшереүсе, “Башҡорттар өсөн әлифба” (“Букварь для башкир”; ҡара: Әлифба) китабы авторы, башҡ. әкиәттәрен йыйыусы. Б. туплаған фольклор һәм этнографик материалдарҙың бер өлөшө һаҡланмаған. Рус география йәмғиәтенең тулы хоҡуҡлы ағзаһы (1909). Әкиәттәр, риүәйәттәр һәм легендалар ҡулъяҙма йыйынтығы өсөн Рус география йәмғиәтенең Бәләкәй алтын миҙалы менән бүләкләнгән (1909). Өфө ҡ.  Б. исеме менән урам аталған.

  Әҙәб.: Башкирские народные сказки. Уфа, 1941; Муратов С.Н. Башкирская сказка в записи А.Г.Бессонова из рукописного собрания Института востоковедения АН СССР //История, культура, языки народов Востока. М., 1970.

В.Ш.Псәнчин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 28.09.2022
Связанные статьи: