АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы
АҠСУРИНА Фирүзә Исхаҡ ҡыҙы (21.1.1949, БАССР‑ҙың Саҡмағош р‑ны Иҫке Ҡалмаш а.), зоотехник. Биол. ф. д‑ры (2001), проф. (2007). БАХИ‑ны (1974), Мәскәү ветеринария акад. (1978) тамамлаған. 1967—69 йй. Саҡмағош р‑ны мәктәптәрендә уҡытыусы. 1974 й. алып БНИИСХ‑ла эшләй (өҙөклөк м‑н): 1990—91 йй. өлкән ғилми хеҙм‑р, 1995 й. алып лаб. мөдире, 1995 й. нояб. — ғилми эштәр б‑са дир. урынбаҫары, 1997 й. — төп ғилми хеҙм‑р. 1985—90 йй. Дәүләкән р‑ны “Коммунар” к‑зы рәйесе. 1975—77 йй. Аксёнов а.х. техникумында (Әлшәй р‑ны), 1978—81 йй. Минзәлә совхоз‑техникумында (ТАССР), 1992—95 йй. һәм 2001—12 йй. БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни тикшеренеүҙәре ауыл хужалығы малдарын үрсетеү, ит йүнәлешле һыйыр малы булдырыу проблемаларына һ.б. арналған. 100‑ҙән ашыу фәнни хеҙмәт авторы.
Хеҙм.: Повышение эффективности производства говядины в мясном и молочном скотоводстве в условиях Республики Башкортостан. Уфа, 2003; Управление производством в мясоперерабатывающих предприятиях АПК в рыночных условиях. Уфа, 2007 (авторҙ.).
Тәрж. М.Н.Моратшина