Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БЕЙЕШЕВ Әкрәм Ғибат улы

Просмотров: 1402

БЕЙЕШЕВ Әкрәм Ғибат улы [16.4.1926, БАССР‑ҙың Йылайыр кантоны Туйөмбәт а. (БР‑ҙың Күгәрсен районы) — 2.10.2003, Өфө ҡ., тыуған ауылында ерләнгән], тел белгесе. Филология фәндәре кандидаты (1964). БР‑ҙың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре (1998). МДУ‑ны тамамлаған (1956). 1957—86 йй. ТТӘИ‑лә эшләй (1970 й. алып башҡ. теленең аңлатмалы һүҙлеге секторы мөдире). Фәнни хеҙмәттәре башҡорт тел ғилеменең лексикографияһы, орфографияһы, топонимикаһы, фонетикаһына һ.б. өлкәләренә арналған. Б. башҡ. теленең аңлатмалы һүҙлеген төҙөүҙең фәнни принциптарын эшләй (ҡара: “Башҡорт теленең һүҙлеге”). Б. бер нисә хеҙмәте башҡорттарҙың тарихына һәм уларҙың батша хөкүмәтенең колониаль сәйәсәтенә ҡаршы көрәшенә арналған. “Ил аҙабы” (2007) тарихи романы авторы. Тыуған ауылындағы Зәйнәб Биишева музейы бинаһына Б. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған (2013).

  Хеҙм.: Башҡорт халҡының тарихы һәм азатлыҡ өсөн көрәше: очерк. Өфө, 1993; “Первичные” долгие гласные в тюркских языках. Уфа, 1963; Башҡорт әҙәби теленең алфавиты һәм орфографияһы. Өфө, 2013.

М.В.Зәйнуллин

Тәрж. Р.М.Шәрипова

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 08.11.2022