АЛЁХИН Тихон Егорович
АЛЁХИН Тихон Егорович (21.5.1913, Өфө губ. Стәрлетамаҡ өйәҙе Ждановка а. — 27.5.1970, Өфө), Соц. Хеҙмәт Геройы (1948). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1929—41 йй. Дәүләкән р‑нының “Возрождение” һәм “Дәүләкән” с‑здарында бригадир, Ҡаҙанғол орлоҡ с‑зында тракторсы, комбайнсы, Әлшәй р‑нының Раевка с‑зы Ворошилов бүлексәһе идарасыһы. 1943 й. алып Дәүләкән р‑нының Дәүләкән МТС‑ы трактор бригадаһы бригадиры, 1951—59 йй. “Яңы тормош” к‑зы рәйесе. 1947 й. А. бригадаһы гектарынан 20 ц ашыу арыш ала. СССР ЮС‑ының 3‑сө саҡырылыш депутаты. Ленин орд. м‑н бүләкләнгән (1948).
Әҙәб.: Калякин Г. Два бригадира //Герои труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970; Алёхин Т.Е. //Герои труда. Уфа, 2011.
И.Ғ.Кәримова
Тәрж. М.Н.Моратшина