Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ӘЛИМҒАФАРОВ Рифхәт Зәйнәғетдин улы

Просмотров: 1154

ӘЛИМҒАФАРОВ Рифхәт Зәйнәғетдин улы (20.1.1932, БАССР‑ҙың Ҡырмыҫҡалы р‑ны Ҡырмыҫҡалы а.), хужалыҡ эшмәкәре. РСФСР‑ҙың атҡ. а.х. хеҙм‑ре (1982). БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1954) Йомағужа р‑нындағы Подгорный МТС‑ының, 1956 й. алып Ҡарлыман МТС‑ының өлкән ветеринар врачы; 1960 й. башлап Ҡырмыҫҡалы р‑нындағы Салауат ис. к‑з, 1964—93 йй. М.Шайморатов ис. к‑з рәйесе. Ә. етәкс. М.Шайморатов ис. к‑з юғары килемле хужалыҡҡа әйләнә, иген культураларының уңдырышлылығы — 36—40 ц/ га, шәкәр сөгөлдөрөнөкө 400 ц/га етә, һәр һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 4,0—4,5 мең кг тәшкил итә (1980—88). БР ЮС‑ының 12‑се саҡырылыш депутаты. Ленин (1973), Хеҙмәт Ҡыҙыл Байраҡ (1971) орд. м‑н бүләкләнгән.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. А.Н.Күсеев

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: