Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ

Просмотров: 1300

АЛЛЮВИАЛЬ ТУПРАҠ, йылғаларҙың һыубаҫар туғайҙарында аллювий (ташылдыҡ) ултырмаларынан барлыҡҡа килгән тупраҡ төрө. Башҡортостанда аллювийҙың тупланыу процесына, кәҫ, глей һәм торф барлыҡҡа килеүенә ҡарап, йылға үҙәне буйында — аллювиаль кәҫле (ҡатламлы ябай, ҡатламлы йоҡа) һәм аллювиаль болон (ярмалы‑ҡатламлы); һыубаҫар туғайҙың үҙәк өлөшөндә — аллювиаль болон (ярмалы, ярмалы‑сәтләүекле, ҡараға оҡшаш тупраҡ, урман‑болон); һыубаҫар туғайҙың киртләс буйында аллювиаль һаҙ (болон‑һаҙ, ләмле‑глейлы, торфлы‑глейлы, торф ятҡылығы) тупрағын айырып йөрөтәләр. Тупраҡ киҫелешендә (өҫтән аҫҡа) кәҫле, минераль йәки торфлы, иллювиаль‑глейлы горизонттар һәм тупраҡ булдырыусы тоҡом айырыла. Тупраҡтың уңдырышлылығы аллювий ҡатламдарының физик һәм химик составына бәйле, һыубаҫар туғай үҙәненән үҙәк һәм киртләс буйына табан тупраҡтың органик һәм минераль матдәләр запасы, дөйөм азот һәм фосфор миҡдары, нигеҙҙәр м‑н туйындырылыуы һәм биологик активлығы арта. Һыубаҫар туғайҙың үҙәк өлөшөндәге А.т. йәшелсә, мал аҙығы культуралары үҫтереү, культуралы көтөүлектәр, сабынлыҡтар өсөн ҡулланыла. А.т. дөйөм майҙаны 850 мең га тәшкил итә (1995). А.т. башлыса төньяҡ урман‑дала зонаһында һәм көньяҡ урман‑дала зонаһында, Башҡортостандың Урал алдында Ағиҙел й. һәм уның ҡушылдыҡтарының (Ашҡаҙар, Тере Танып, Дим, Өршәк, Сәрмәсән һ.б.), Башҡортостандың Урал аръяғында Урал й. һәм уның ҡушылдыҡтарының һыубаҫар туғайҙарында таралған.

Әҙәб.: Туровцев М.М., Меринов М.М. Почвы пойм Башкирской АССР. Уфа, 1957.

И.М.Ғәббәсова

Тәрж. Р.М.Шәрипова

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019
Связанные темы рубрикатора: