Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

АНДРИАНОВ Денис Андрианович

Просмотров: 1279

АНДРИАНОВ Денис Андрианович (4.8.1940, БАССР-ҙың Мишкә районы Сурай а. — 9.11.2020, Өфө ҡ.), агроном. Ауыл хужалығы фәндәре кандидаты (1968), профессор (1999). РФ юғары мәктәбенең атҡаҙанған хеҙмәткәре (2011), РФ‑тың почётлы юғары профессиональ белем биреү хеҙмәткәре (2005). А.А.Андриановтың ҡустыһы. БАХИ‑ны тамамлағандан һуң (1962) Стәрлетамаҡ районының “Әлшәй” совхозында агроном булып эшләй. 1967 й. алып БДАУ‑ҙа уҡыта, 1975 й. — гидромелиорация һәм урман хужалығы, урман хужалығы, агрономия факультеттары деканы, 2005 й. — ректор ярҙамсыһы, 2006—09 йй. профсоюз комитеты рәйесе. Фәнни эшмәкәрлеге картуф һәм мал аҙығы культуралары сәсеүлектәрен һуғарыу режимын, уларҙы эшкәртеү технологияһы үҙенсәлектәрен өйрәнеүгә бәйле. А. ошо культураларҙы үҫтереүҙең камиллаштырылған технологияларын эшләгән һәм БР‑ҙың ауыл хужалығы производствоһына индергән.

Хеҙм.: Рекомендации по использованию комплексонатов металлов в картофелеводстве. М., 1994; Усовершенствования технологии возделывания картофеля в Республике Башкортостан. Уфа, 1997.

М.К.Харисов

Тәрж. М.Н.Моратшина

 

 

М.Ҡ.Харисов
Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 15.09.2022
Связанные темы рубрикатора:
Связанные статьи: