Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҺАУЕТДИНОВ Рәйес Ғөбәйҙулла улы

Просмотров: 1168

БАҺАУЕТДИНОВ Рәйес Ғөбәйҙулла улы (15.1.1926, БАССР‑ҙың Стәрлетамаҡ кантоны Үрге Уҫылы ҡсб, хәҙ. БР‑ҙың Стәрлетамаҡ р‑ны Үрге Уҫылы а.), Соц. Хеҙмәт Геройы (1966). БАССР‑ҙың атҡ. зоотехнигы (1980). Б.В. һуғышында ҡатнашыусы. 1951 й. алып Стәрлетамаҡ р‑нында эшләй: Уҫылы МТС‑ы агрономы, 1956 й. — “Байраҡ” к‑з рәйесе, 1962—87 йй. Салауат ис. к‑зы рәйесе. Б. етәкс. Салауат ис. к‑з малсылыҡта һәм үҫемлекселектә юғары күрһәткестәргә ирешә: 1962—66 йй. бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым 2300‑ҙән 2700 кг тиклем арта; 20 йылдан ашыу хужалыҡ иген культураларының уңдырышлылығы б‑са районда 1‑се урын ала (1968 й. 28,6 ц/ га; 1977 — 33,1; 1983 — 34,5). Ленин (1966, 1976), Окт. Революцияһы (1971), Халыҡтар дуҫлығы (1981) орд. м‑н бүләкләнгән.

Әҫәрҙ.: Что дала нам интенсификация. Уфа, 1978.

Әҙәб.: Гаврилов А. Председатель //Герои Труда Башкирии: очерки о Героях Соц. Труда. Уфа, 1970.

И.Ғәримова

Тәрж. М.Н.Моратшина 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 18.10.2019
Связанные темы рубрикатора: