Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы

Просмотров: 1454

БАҺАУЕТДИНОВ Фәтих Йәһүҙә улы (30.3.1951, БАССР‑ҙың Благовар р‑ны 2‑се Сулпан а.), тупраҡ белгесе. Биол. ф. д‑ры (1997), проф. (1998). Й.Ғ.Баһауетдиновтың улы. БДУ‑ны тамамлаған (1973). 1976 й. алып Биология ин‑тында эшләй (1984 й. башлап өлкән ғилми хеҙм‑р), 1997 й. — БДАУ‑ҙа уҡыта. Фәнни хеҙмәттәре тупраҡтың органик матдәләрен өйрәнеүгә арналған. Б. серетмәнең төп компоненттарының яңырыу баланс моделен тәҡдим итә, был үҙ сиратында тупраҡтың органик ҡушылмаларының трансформацияһын билдәләргә, серетмә матдәләренең тәьҫир итеү үҙенсәлектәрен асыҡларға мөмкинлек бирә. 140‑тан ашыу фәнни хеҙмәт авторы.

Хеҙм.: Минимальная обработка и воспроизводство плодородия типичного чернозёма. Уфа, 1993 (авторҙ.); Воспроизводство плодородия серых лесных почв. Уфа, 1999 (авторҙ.); Состав и трансформация органического вещества почв. Уфа, 2000 (авторҙ.).

Ф.Х.Хәзиев

Тәрж. М.Н.Моратшина

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 06.11.2019
Связанные темы рубрикатора: