Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

“БАҘЫ”, АХПК

Просмотров: 800

“БАҘЫ”, АХПК. Саҡмағош р‑нында урынлашҡан, үҙәк усадьбаһы — Йомаш ауылы. “Б.” составында 7 үҫемлекселек бригадаһы, 8 һөт‑тауар фермаһы, 8 йәш һыйыр малын үҫтереү һәм һимертеү фермаһы, 6 тирмән һ.б. бар. 2010 й. 650 кеше эшләгән. Ауыл хужалығы ерҙәре майҙаны 32000 га, ш. иҫ. һөрөнтө ерҙәр — 21755 га.

Уңдырышлылыҡ (ц/га): иген культуралары — 22,2, шәкәр сөгөлдөрө — 304,7, кукуруз (йәшел масса) — 142,5, күп йыллыҡ үләндәр (бесән) — 0,6; етештереү (т): иген — 3836, шәкәр сөгөлдөрө — 9294. Бер һыйырҙан уртаса йыллыҡ һауым — 5819 кг, һыйыр малының уртаса тәүлек артымы — 722 г; етештереү (т): һөт — 4714, ит — 362. Продукцияһы БР‑ҙа һатыла. 1956 й. “Б.” к‑зы булараҡ ойошторола, уның нигеҙендә 1988 й. “Маяҡ” һәм “Б.” к‑здары төҙөлә; 2000 й. хәҙ. статусын ала.

Н.Р.Бәхтизин

Тәрж. Ю.Ғ.Кәримов

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019