Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВОСКАНОВ (Восканян) Рубен Айрапетович

Просмотров: 1052

ВОСКАНОВ (Восканян) Рубен Айрапетович [1.6.1894 (башҡа мәғлүмәттәр б‑са, 1891), Каспий аръяғы өлк. Асхабад ҡ. — 29.10.1938, Һарытау ҡ.], совет партия‑дәүләт эшмәкәре. 1914— 35 йй. ВКП(б) ағзаһы (1958 й. үлгәндән һуң КПСС‑ҡа кире алына). Граждандар һуғышында ҡатнашыусы. 1917 й. тиклем Тифлис губ. Каспий аръяғы, Амур һәм Приморье өлкәләрендә телеграфсы. 1923—24 йй. ВКП(б)‑ның Башҡ‑н өлкә ком‑ты 1‑се секретары. 1927 й. — ВКП(б)‑ның Каспий аръяғы (Полторацк ҡ.), 1928 й. — Ҡаҙаҡ (Алма‑Ата) крайҙары, 1929 й. алып Гурьев округ ком‑ттары хеҙм‑ре. 1932 й. башлап ВКП(б)‑ның Көньяҡ Ҡаҙағстан край ком‑ты (Чимкент ҡ.) 1‑се секретары. 1933 й. алып Екатеринослав һәм Томск т. юлдарында эшләй, 1935 й. СССР аралашыу юлдары ХК‑ның Көньяҡ‑Көнсығыш төҙөлөш материалдары тресы нач. ярҙамсыһы (Һарытау ҡ.). Репрессиялана (1937), атыла. 1957 й. аҡлана.

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019