БАЛТАСИЕВА Нәймә Вәли ҡыҙы
БАЛТАСИЕВА Нәймә Вәли ҡыҙы (8.3.1915, Петроград — 18.1.1984, Ленинград), балет артисы, педагог. РСФСР‑ҙың (1967), БАССР‑ҙың (1955), ТАССР‑ҙың (1965) атҡ. сәнғәт эшмәкәре. Ленинград хореография уч‑щеһын тамамлағандан һуң (1935; педагогы А.Я.Ваганова) 1956 й. тиклем С.М.Киров ис. Ленинград опера һәм балет театры солисы, 1952—78 йй. педагог‑репетиторы, бер үк ваҡытта 1946—73 йй. Ленинград хореография уч‑щеһында уҡыта. Төп партиялары: Катерина (А.Адан һәм А.Г.Рубинштейн муз. ш. уҡ исемле балет), Сөйөмбикә (“Шүрәле”, Ф.З.Яруллин), Сәскә һатыусы (“Дон Кихот”, Л.Ф.Минкус). Пед. эшмәкәрлегендә Б. классик бейеү уҡытыуҙың акад. традицияларын дауам итә. Уҡыусылары араһында В.Х.Ғәлимова, Ф.М.Нафиҡова, БР‑ҙың атҡ. мәҙәниәт эшмәкәре Э.А.Сөләймәнова, Э.А.Тимерғазина.
М.А.Таһирова
Тәрж. Г.Һ.Ризуанова