Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

БИКБИРҘИН Йәүҙәт Зәйнулла улы

Просмотров: 1089

БИКБИРҘИН Йәүҙәт Зәйнулла улы [10.6.1952, БАССР‑ҙың Баймаҡ районы Күсей а. — 12.5.1996, шунда уҡ], бейеүсе, балетмейстер. БР‑ҙың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре (1992). Башҡ. республика мәҙәниәт‑ағартыу училищеһын тамамлаған (Стәрлетамаҡ ҡ., 1971; педагогтары К.С.Цыганкова, В.А.Цыпляков). 1973—74 йй. Ғәскәров Ф. исемендәге халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы, 1977 й. алып Башҡорт филармонияһының балет артисы, 1985 й. — Октябрҙең 40 йыллығы исемендәге мәҙәниәт һарайының (Сибай ҡ.) халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе, 1989 й. — Баймаҡ район мәҙәниәт һарайы методисы, 1993—96 йй. — “Ирәндек” халыҡ бейеүҙәре ансамбленең художество етәксеһе. Башҡорттарҙың булмышын, рухын һәм тәбиғәтен сағылдырған “Каруанһарай”, “Маршрут”, “Иғзаҡов”, “Ҡайтыу”, “Ҡара юрға”, “Сонайым” бейеүҙәрен, “Байыҡ”тың төрлө варианттарын һ.б. ҡуйған. Рәсәй, Германия, Италия, Франция, Һиндостанда гастролдәрҙә булған. 2001 й. Ю.И.Ғәйнетдинов тарафынан Йәүҙәт Бикбирҙин иҫтәлегенә арналған “Бейеү сәсәне” телевизион очергы төшөрөлә (режиссёры А.Яҡупов). Баймаҡ ҡ. Халыҡ ижады үҙәге бинаһына Б. мемориаль таҡтаташ ҡуйылған, Баймаҡ районы Күсей а. урамға уның исеме бирелгән. Баймаҡ ҡ. йыл һайын Б. призына балетмейстерҙар һәм хореография коллективтарының район конкурсы уҙғарыла.

Әҙәб.: Баһуманов А. Әйҙә, күңелем, күккә ос //Һоҡланһын бар донъя. Өфө, 1999; Сайгафаров А., Утягулов Р. Баймакский край. Уфа, 2002.

Тәрж. Г.С.Балтабаева

 

 

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 30.09.2022
Связанные темы рубрикатора: