Для авторизации на текущем портале в Вашем профиле ЕСИА должно быть заполнено поле "Электронная почта"

Инергə
Төбәк интерактив энциклопедик портал «Башҡортостан»
Башҡортостан Республикаһы Фәндәр академияһы Башҡортостан Республикаһы “Башҡорт энциклопедияһы” дәүләт автономиялы фән учреждениеһы

ВАҠЫТЛЫ БӨТӘ РӘСӘЙ ХӨКҮМӘТЕ

Просмотров: 1522

 ВАҠЫТЛЫ БӨТӘ РӘСӘЙ ХӨКҮМӘТЕ, Ө ф ө Д и р е к т о р и я һ ы, 1918 й. 23 сент. Өфө дәүләт кәңәшмәһе ҡабул иткән “Бөтә Рәсәй юғары власын ойоштороу тураһында акт”ҡа ярашлы ойошторола. Өфөлә урынлаша, окт. алып — Омск ҡалаһында. 4 нояб. Министрҙар советы төҙөлә, уның составына рәйес, эштәр идарасыһы, дәүләт контролёры, хәрби һәм диңгеҙ министрҙары, эске эштәр, сит ил эштәре, игенселек, мәғариф, аҙыҡ- түлек, бәйләнеш юлдары, тәьминәт, сауҙа һәм сәнәғәт, хеҙмәт, финанс, юстиция министрҙары, Почталар һәм телеграфтар баш идаралығы нач., министр урынбаҫарҙары инә. В.Б.Р.х. программаһында совет власын бөтөрөү, Рәсәйҙең терр. бөтөнлөгөн һәм Рәсәй армияһының берҙәмлеген тергеҙеү, Дүрт союз илдәре м‑н Брест- Литовск тыныслыҡ килешеүен, Бөтә Рәсәй ҮБК һәм РСФСР ХКС‑ы, ш. уҡ Рәсәй терр‑яһында икенсе хөкүмәттәр төҙөгән башҡа халыҡ‑ара килешеүҙәрҙе ғәмәлдән сығарыу, Антанта яғында Беренсе донъя һуғышында ҡатнашыуҙы яңынан башлау, Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы эшен дауам итеүҙе әҙерләү, баҙар иҡтисадын төҙөү, Рәсәй өлкәләренең автономия (ш. иҫ. милли‑терр.) хоҡуғын таныу һәм билдәле терр‑ялары булмаған халыҡтарға милли‑мәҙәни автономия биреү (Бөтә Рәсәй Ойоштороу йыйылышы ҡарарынан һуң) һ.б. ҡаралған була. 4 нояб. “Ваҡытлы Бөтә Рәсәй хөкүмәтенең бөтә өлкә хөкүмәттәренә, Рәсәй Дәүләтенең бөтә граждандарына грамотаһы”нда Рәсәйҙең үҙҙәре иғлан иткән автономиялы өлкәләр хөкүмәттәрен һәм вәкәләтле учреждениеларын ваҡытлыса бөтөрөү т‑да белдерә. В.Б.Р.х. 5 нояб. — Ырымбур казак ғәскәре хөкүмәтен, 10 нояб. — Ваҡытлы Урал өлкә хөкүмәтен, 13 нояб. Алаш Урҙа (Ҡаҙағстан) хөкүмәтен тарата; В.Б.Р.х. м‑н алдан килешеү б‑са 1918 й. 3 нояб. Ваҡытлы Себер хөкүмәте үҙ эшен туҡтатыу т‑да белдерә. 16 нояб. МС В.Б.Р.х. раҫлауына Башҡорт хөкүмәтен бөтөрөү т‑да указ проекты әҙерләй. 18 нояб. министрҙарҙың күпселеге яҡлаған хәрби түңкәрелеш һөҙөмтәһендә В.Б.Р.х. бөтөрөлә, юғары власть А.В.Колчакка бирелә. МС эшмәкәрлеген 1920 й. тиклем дауам итә. В.Б.Р.х. рәйесе — Н.Д.Авксентьев. МС рәйестәре: П.В. Вологодский (1918 й. нояб. — 1919 й. нояб.), В.Н.Пепеляев (1919 й. нояб. — 1920 й. ғин.). В.Б.Р.х. баҫма органы — “Вестник Временного Всероссийского Правительства” (“Ваҡытлы Бөтә Рәсәй Хөкүмәте хәбәрҙәре”) гәзите.

Әҙәб.: Ш и л о в с к и й М.В. Временное всероссийское правительство (Директория): 23 сентября — 18 ноября 1918 г. //Актуальные проблемы социально-политической истории Сибири (XVII—XX вв.): Бахрушинские чтения 1998 г. Новосибирск, 2001; Национально‑государственное устройство Башкортостана (1917—1925 гг.): док. и материалы. в 4 т. Т.2. Ч.1. Уфа, 2002.

 

А.Д.Казанчиев

Тәрж. Д.К.Үзбәков

Дата публикации: 10.10.2019
Дата последнего обновления публикации: 17.10.2019